Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июль 2025, 11:55

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ике кеше наркотиктар һатҡан өсөн хөкөм ителгән

Октябрьский ҡала суды РФ Енәйәт Кодексының  228.1 статьяһының 3-сө өлөшөнөң 30-сы статьяһының 3 - сө өлөшөндә ҡаралған 16 енәйәт ҡылған өсөн 21 йәшлек йәш кешене һәм уның 19 йәшлек бергә йәшәгән ҡатынын хөкөм итте. Суд билдәләүенсә, 2024 йылдың 18 декабренә тиклем йәштәр интернет селтәрендә аралашыу барышында аҡса эшләү маҡсатында билдәһеҙ кешенең наркотик ҡулланыусыларға һатыу өсөн наркотик саралар менән йәшерен урындарҙы йыһазландырыу менән шөғөлләнеү тәҡдимен ҡабул итә.

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ике кеше наркотиктар һатҡан өсөн хөкөм ителгән
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ике кеше наркотиктар һатҡан өсөн хөкөм ителгән

Шул уҡ осорҙа, билдәһеҙ кешенән «гашиш» наркотик сараһы менән «мастер-клад» йәшерен-закладкаһын алып, енәйәтселәр уны үҙ йортонда 16 айырым төргәккә тултыра, шунан һуң уларҙы айырым йәшерен-закладкаларға йәйеү өсөн ҡаланың аҙ халыҡлы өлөшөнә юллана.

 Әммә йәш кешеләр енәйәт эштәрен тамамлай алмай, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.Үткәрелгән саралар барышында полиция хеҙмәткәрҙәре бөтә 16 йәшерен урындың ҡайҙалығын асыҡлай, ә уларҙағы наркотикты тартып ала. Ғәйепләнеүселәр енәйәт ҡылыуҙа тулыһынса ғәйепле тип таныла.Суд йәш кешегә ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 9 йыл, ә уның бергә йәшәгән ҡатынына дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 8 йыл төрмә язаһы тәғәйенләй. Ғәйепләнеүселәр енәйәт ҡылыуҙа тулыһынса ғәйепле тип таныла.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернет селтәренән алынды.

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ике кеше наркотиктар һатҡан өсөн хөкөм ителгән
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ике кеше наркотиктар һатҡан өсөн хөкөм ителгән
Автор: Римма Галимова
Читайте нас