Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Июль 2025, 18:01

ЫШАНМАҒЫҘ ТИЕП КҮПМЕ ӘЙТҺӘК ТӘ…

Тәүлек эсендә республикала бер нисә мутлашыу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә енәйәтселәр граждандарҙан 5,5 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

ЫШАНМАҒЫҘ ТИЕП КҮПМЕ ӘЙТҺӘК ТӘ…
ЫШАНМАҒЫҘ ТИЕП КҮПМЕ ӘЙТҺӘК ТӘ…

Өфөнөң Киров  районында 58 йәшлек ир мутлашыу турында белдергән. Аферистар үҙҙәрен «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре тип таныталар, уның өсөн посылка алыуҙарын һәм аҡсаны һаҡлап ҡалыуҙы һорайҙар. Һөҙөмтәлә ул өс миллиондан ашыу аҡса юғалта.

Өфөлә 70 йәшлек ҡатынды мутлашыусылар «Роспотребсоюз» хеҙмәткәрҙәре тип танытып, бер миллион һум аҡсаһын һаҡлап ҡалдырырға күндерәләр.

Салауатта 43 йәшлек ир үҙен мессенджерҙа инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусыларҙың талабы буйынса ҡушымта урынлаштырып, 1 миллион аҡсаһын юғалтҡан.

Ишембай районында 50 йәшлек ир алданған. Енәйәтселәр «маркетплейс хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, посылка тураһында хәбәр итеп, унан 640 меңдән ашыу аҡса алалар. Бер уйлаһаң, «ышанмағыҙ!» тиеп, күпме ҡабатлап торһалар ҙа, аҡсаларын мутлашыусыларға тоттороусылар кәмемәй.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

 

ЫШАНМАҒЫҘ ТИЕП КҮПМЕ ӘЙТҺӘК ТӘ…
ЫШАНМАҒЫҘ ТИЕП КҮПМЕ ӘЙТҺӘК ТӘ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас