Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылдың ғинуарында ғәйепләнеүсе, бәлиғ булмаған сағында уҡ, интернет аша билдәһеҙ кеше менән тыйылған матдәләрҙе бергәләп һатыу тураһында һөйләшеп килешкән. Мартта ул наркотиктар партияһының ҡайҙалығын асыҡлай, артабан уны йәшерен урындар аша һатырға ниәтләй. Егет Иглин районының “Сыңрау Торна” урман массивындағы урынға килгәс уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
“Шәхси тикшереү ваҡытында уның кеҫә телефоны тартып алына, унда урын координаттары яҙылған була, һуңынан хоҡуҡ һаҡлаусылар синтетик сығышлы 0,5 килограмм самаһы наркотик таба. Ғәйепләнеүсенең фатирын тентеү ваҡытында шулай уҡ полимер банкаһында дөйөм ауырлығы 12 грамм һәм 12 граммдан ашыу булған синтетик наркотик менән 25 төргәк табыла һәм тартып алына”, – тип аңлаталар Тәфтиш комитетында. Законһыҙ эшләгән өсөн йәш кеше криптовалюта менән “эш хаҡы” ала, уны банк иҫәбенә һум менән сығарыу юлы менән легалләштерә. Шулай итеп бөтәһе 100 000 һумдан ашыу аҡса легалләштерелә.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше прокурорға ебәрелгән. Тыйылған матдәләр менән тәьмин итеүсегә ҡарата енәйәт эше материалдары айырым производствола ҡарала. Шулай йәш кеше йәшлеген әрәм иткән.
Р. БАЙРАМОВА.