Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Август 2025, 10:35

Ышанмағыҙ тиеп күпме әйтһәк тә…

Тәүлек эсендә республикала бер нисә мутлашыу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә енәйәтселәр граждандарҙан 5,5 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ышанмағыҙ тиеп күпме әйтһәк тә…
Ышанмағыҙ тиеп күпме әйтһәк тә…

Өфөлә 58 йәшлек иргә, мәҫәлән, аферистар үҙҙәрен «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре тип таныталар, посылка алыуҙарын һәм аҡсаны һаҡлап ҡалыуҙы һорайҙар. Һөҙөмтәлә ул өс миллиондан ашыу аҡса юғалта.

Шулай уҡ баш ҡалала Ә 70 йәшлек ҡатынды мутлашыусылар “Роспотребсоюз” хеҙмәткәрҙәре тип танытып, бер миллион һум аҡсаһын һаҡлап ҡалдырырға күндерәләр.

Салауатта 43 йәшлек ир үҙен мессенджерҙа инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусыларҙың талабы буйынса ҡушымта урынлаштырып, 1 миллион аҡсаһын юғалтҡан.

Ишембай районында иһә 50 йәшлек ир алданған. Енәйәтселәр “маркетплейс” хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, посылка тураһында хәбәр итеп, унан 640 меңдән ашыу аҡса алалар.

Башҡа ҡала-райондарҙан миҫалдар килтерһәк тә, үкенескә ҡаршы, шулай уҡ көн дә тиерлек үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡта ла дистанцион мутлашыу осраҡтары булып тора. Һуңғы бер миҫалға ғына туҡталғанда ла, пенсионер инвестиуиялар индереп, өҫтәлмә килем алам тип, миллион һумға яҡын аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”. Бер уйлаһаң, “ышанмағыҙ!” тип, күпме ҡабатлап торһалар ҙа, аҡсаларын мутлашыусыларға тоттороусылар кәмемәй... Инде ошо яҙмабыҙ кемдеңдең аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итһен ине.

Р.ҒАЯЗОВА.

Ышанмағыҙ тиеп күпме әйтһәк тә…
Ышанмағыҙ тиеп күпме әйтһәк тә…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас