Ҡала ҡыҙын урманда күреп ҡалалар, һәм уның борсоулы тәртибе тәртип һаҡсыларының ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. Шәхси тикшереү ваҡытында улар ҡыҙҙа матдә менән 25 төргәк таба. Артабанғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төргәктә 29,567 грамм ауырлыҡтағы эфедрон булған. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тәртип һаҡсылары наркотиктарҙы законһыҙ һатыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.