Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы тураһында йырҙың премьераһын әҙерләй. Өфөләге яңғыҙ концертта билдәле башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрова меңәрләгән кешене тетрәндергән иҫ киткес тарих менән уртаҡлашты. Йырсы бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренең фажиғәле хатаһы арҡаһында өс йылдан ашыу сит ғаиләлә үҫә. Өфөлә үткәрелгән генетик экспертиза был мәсьәләгә нөктә ҡуйҙы. Был тарих концерттан һуң социаль селтәрҙәрҙә киң резонанс ала. «Башинформ» хәбәрсеһе йырсы менән һөйләште һәм был тарихтың нескәлектәрен белде.
"Был 1982 йылда Әбйәлил районында булды. Ул ваҡытта кеҫә телефондары булмай, ә транспорт ауылдың бер нисә кешеһендә генә була. Район үҙәгендәге Асҡар ауылындағы бала табыу йорто ремонтҡа ябыла, һәм беҙҙең әсәләрҙе Кушеево ауылынан Магнитогорскиға алып китәләр, Ул беҙҙән 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Юлда әсәйемдең ауыртыуҙары башлана, һәм атайҙарыбыҙ уларҙы Красная Башкирия ауылындағы яҡындағы акушерлыҡ бүлегендә ҡалдырырға ҡарар итә. Беҙ күрше менән 15 минутлыҡ айырма менән тыуғанбыҙ. Медицина персоналы яңылыш биркаларҙы бутаған. Әсәйҙәр беҙҙе өйҙәренә алып ҡайтҡан", - тип һөйләгән Альбина Килдейәрова. Йырсы әйтеүенсә, ғаиләләр күршелә йәшәгән, Килдейәровтар ҡыҙына Гөлгөнә, Суфияновтар Альбина тип исем биргән.
Шулай итеп, мин өс йылдан ашыу сит ғаиләлә йәшәнем, бер ваҡыт беҙгә Ташкенттан туғаным килде. Ул беҙгә иғтибар менән ҡарап, асыҡтан-асыҡ: "Һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ буталған. Был ҡыҙ ҡойоп ҡуйған күршеләребеҙҙеке. Ә күршеләге беҙгә- Килдейәровтарға оҡшаған. Уның һүҙҙәрен башҡа туғандары ла раҫлай. Әсәйем шунда уҡ ДНК-диагностика үтеү өсөн Өфөгә барырға ҡарар итә. Ул йылдарҙағы хаҡтар буйынса бындай анализ бик ҡиммәт була. Экспертиза ҡурҡыныс дөрөҫлөктө раҫлай: ысынлап та, бала табыу йортонда алмаштырыу булған, — тип һөйләгән Альбина. Йырсы әле лә үҙенең тормошо үҙгәргән көндө хәтерләй.
- Мин Гөлгөнә менән уйнап йөрөй инем, эргәлә варенье һәм тоҙло банкалар торғанын яҡшы хәтерләйем. Ҡапыл минең биологик әсәйем милиционер менән килде һәм мине өйгә алып ҡайтты. Мин был мәлдең етдилеген аңламаным. Шаяртып: "Зәйнәб апай, хәҙер мин һеҙҙең менән йәшәйәсәкменме?"тинем. Ике әсәйем дә - минең бәхетем. Береһе мине йөрәк аҫтында йөрөттө, икенсеһе — имеҙҙе һәм үҫтерҙе», — ти йырсы. Альбинаның берҙән-бер үкенесе - ул әлегә тиклем әсәләренә арналған йыр яҙмаған. Шул ваҡыттан алып 40 йыл үткән. Икенсе ҡыҙ Гөлгөнә педагог һөнәрен һайлаған, Сибайҙа инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡыҙҙар әле лә дуҫ, Өфөлә осрашып , бәйләнештә торалар. Альбина шулай уҡ үҙенең иҫ киткес яҙмышы тураһында йыр яҙғанын һөйләне. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Зифа Нагаева яҙған композицияны быйыл апрелдә ишетергә мөмкин.
Әйткәндәй, Зифа Нагаева апрелдә Стәрлетамаҡҡа килә бит, моғайын, беҙ был йырҙы тәүгеләрҙән булып ишетербеҙ.
Интернет селтәрен ҡулланып Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Фотолар: Башинформдан алынды.