Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Февраль , 18:27

СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАРҘЫҢ ЯЛЫН ОЙОШТОРОУСЫЛАР- РЕСПУБЛИКАЛА ИҢ ЯҠШЫЛАРЫ

Ҡаланың "А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы"республикала балалар ялын иң яҡшы ойоштороусы  булараҡ танылған.

СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАРҘЫҢ ЯЛЫН ОЙОШТОРОУСЫЛАР- РЕСПУБЛИКАЛА ИҢ ЯҠШЫЛАРЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАРҘЫҢ ЯЛЫН ОЙОШТОРОУСЫЛАР- РЕСПУБЛИКАЛА ИҢ ЯҠШЫЛАРЫ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 2026 йылға балаларҙы сәләмәтләндереү кампанияһына әҙерлеккә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Сара барышында 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
  "А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы" «Каникул көндәрендә көндөҙгө ваҡытта уҡыусыларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойошторған белем биреү ойошмалары тарафынан ойошторолған лагерҙар» номинацияһында 1 урын алды. Награданы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев тапшырҙы.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас