Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Март , 15:25

ҠЫШҠЫ ЮЛ - ХӘҮЕФЛЕ ИНДЕ УЛ…

Башҡортостандан билдәле йырсы Гөлназ Асаева аварияға эләккән.

ҠЫШҠЫ ЮЛ  - ХӘҮЕФЛЕ ИНДЕ УЛ…
ҠЫШҠЫ ЮЛ - ХӘҮЕФЛЕ ИНДЕ УЛ…

Был хаҡта «Башинформ»ға артистың концерт директоры Вадим Фәтхинуров хәбәр иткән. "Бик ҡатмарлы һауа шарттары булды, беҙҙең водитель, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрашыуға ҡабаланды. Гөлназ Асаеваны һәм командабыҙҙың башҡа ағзаларын шунда уҡ яҡындағы дауаханаға алып китәләр. Зыян күреүселәрҙең береһе уртаса ауырлыҡтағы хәлдә. Гөлназ һәм уның бейеүсеһе күп төрлө йәрәхәттәр алды, уларҙы тиҙҙән дауахананан сығаралар», - тип һөйләгән Вадим Фәтхинуров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 28 февралдә Көндөҙ Бәләбәй районында - Бәләбәй-Николаевка - Туймазы - Баҡалы трассаһының 14 - се километрында булған, унда ике сит ил машинаһы: JAC һәм Hyundai Solaris бәрелешкән. Аварияла бөтәһе дүрт кеше зыян күрә. Вадим Фәтхинуров һүҙҙәренсә, алдағы концерттар туҡтатылған һәм башҡа даталарға күсерелгән.

 Хәҙер инде икенсе машиналадағыларҙың да зыян күреүе билдәле.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

ҠЫШҠЫ ЮЛ  - ХӘҮЕФЛЕ ИНДЕ УЛ…
ҠЫШҠЫ ЮЛ - ХӘҮЕФЛЕ ИНДЕ УЛ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас