Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Март , 10:20

МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠАРМАҒЫНАН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?

Башҡортостанда ике ҡатын-ҡыҙ аферисттарға 2,5 миллион һум аҡса биргән.

МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠАРМАҒЫНАН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?
МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠАРМАҒЫНАН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?

Башҡортостандың ике ҙур ҡалаһының полиция бүлектәре ҙур зыян менән сираттағы мутлашыу факттары тураһында белдереүҙәр алды. Стәрлетамаҡта йәшәгән 40 йәшлек ҡатын билдәһеҙ кешегә 1,5 миллион һум күсергән. Уны, йәнәһе, кәрәзле элемтә операторынан шылтыратып, артабан классик схема буйынса «әүрәтәләр", ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был схема менән ҡатын таныш түгел. Ул сираттағы траншты 200 мең һумға күсерергә йыйынғанда, банк хеҙмәткәрҙәре нимә булғанын аңлай һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Улар бергәләп клиенткаға финанс мутлашыу ҡорбаны булыуын аңлата. Өфөлә 50 йәшлек ҡатынды домофонды алмаштырыу һылтауы алдағандар. Артабан уға «Банк хеҙмәткәрҙәре» һәм «ФСБ хеҙмәткәрҙәре» менән «аралашырға» тура килә, һәм ул тулыһынса бөлгөнлөккә төшөү ҡурҡынысынан шул тиклем ҡурҡа, хатта ҡыҙынан 800 мең һумлыҡ кредит алыуын һорай һәм уларҙы мутлашыусыларға күсерә. Өҫтәүенә банкта уға аңлатырға тырышалар, әммә клиент тулыһынса мутлашыусылар контроле аҫтында була. Икенсе көндө ул тағы ла 160 ты күсерә. Был осраҡта «Алйотлыҡтың сиге булырмы?» тиһәм – ҡорбандарҙың хәтере ҡалыр. Шуға күрә «Мутлашыусылар ҡармағынан ҡотолоп булырмы?» тиергә генә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: Башинформдан алынды.

МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠАРМАҒЫНАН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?
МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠАРМАҒЫНАН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?
Автор: Римма Галимова
Читайте нас