Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
17 Июль , 06:05

БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…

Башҡортостанда йәшәүсе телефон мутлашыусылары арҡаһында 10 миллион һумдан саҡ мәхрүм ҡалмаған.

БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…
БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…

Өфөлә телефон мутлашыусылары 21 йәшлек егетте фатирын һатырға күндерә һәм 10 миллион һум самаһы аҡсаны урлай яҙалар. Был хаҡта Башҡортостан Эске эштәр министрлығында һөйләнеләр. Аферистар йәш кешене 8 июндән 10 июлгә тиклем эшкәртә. Улар хәрби комиссариат һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып сығыш яһай һәм уны почта аша 255 мең һум аҡса күсерергә, ә һуңынан фатирҙы һатырға һәм 9,7 миллион аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә»ебәрергә күндерә. Схеманы осраҡлы асырға мөмкин була: ата-әсәһе менән һөйләшкәндә егет нимә булғанын һөйләй. Улар уға мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлата һәм полицияға мөрәжәғәт итә. 10 миллион һумға яҡын аҡса һаҡланып ҡала. «Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуға Маташыу»статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Р.ҒӘЛИМОВА.

БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…
БЫЛ ТОҘАҠҠА ЙӘШТӘР ҘӘ ЭЛӘГӘ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас