Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
20 Июля , 12:00

СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре башҡаларҙың банк картаһы менән түләгән ирҙең шәхесен асыҡлай.

СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…
СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә 45 йәшлек ҡатын банк картаһынан аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын аңлатыуынса, ул бер көн элек банк бүлексәләренең береһенә, шулай уҡ ритуаль салонға бара, унда, фаразлауҙар буйынса, үҙенең банк картаһын юғалтырға мөмкин. Икенсе көндө, Ҡырмыҫҡалы районының Оло күл ауылында ҡунаҡта булғанда, зыян күреүсе банктан 6 000 һумдан ашыу аҡса күсерелеүе тураһында СМС-хәбәр ала. Мобиль ҡушымтаны тикшергәндә ул Стәрлетамаҡтың бер нисә сауҙа нөктәһендә карта менән түләнеүен асыҡлай. Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре сауҙа нөктәләренең береһенән видеояҙмаларҙы тартып ала, был енәйәтсенең шәхесен асыҡларға мөмкинлек бирә. Ул элек административ яуаплылыҡҡа тарттырылған 30 йәшлек ир булып сыға. Әлеге ваҡытта уны эҙләү һәм ҡулға алыу өсөн саралар күрелә. Билдәләнгән кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң г пунктында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (банк иҫәбенән, шулай уҡ электрон аҡсаға ҡарата урлау). Статья санкцияһы 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы граждандарға:

- табылған банк картаһын үҙләштереү һәм уны ҡулланып һатып алыу өсөн түләү табыш тип түгел, ә енәйәт тип баһалана;

- башҡаларҙың банк карталары, документтары йәки башҡа ҡиммәтле әйберҙәре табылһа, уларҙы шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә тапшырырға йәки, әгәр уның шәхесен асыҡларға мөмкин булһа, хужаһына ҡайтарырға кәрәк;

 - картаны юғалтҡан осраҡта шунда уҡ банк менән бәйләнешкә инергә йәки уны мобиль ҡушымта аша ябырға кәрәк. Хатта ПИН-кодһыҙ ҙа енәйәтсе күпселек магазиндарҙа 1000 һумға тиклем түләй ала, шулай уҡ, әгәр уға карта номеры, ғәмәлдә булыу ваҡыты һәм CVV-коды билдәле булһа, интернет аша һатып алыуҙар яһай ала.

Картаны ваҡытында ябыу һәм полицияға мөрәжәғәт итеү эҙемтәләрҙе кәметергә һәм ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итәсәк.

Римма ҒӘЛИМОВА.

СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…
СИТ КАРТАНЫ СӘЛДЕРГӘН ОСРАҠТА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас