Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
27 Июля , 10:20

АҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАН

Екатеринбургтан әрме сафтарына саҡырылған егет хеҙмәттән ҡотолоу  өсөн  7 йылға  колонияға ебәрелә.

АҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАНАҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАН
АҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАН

 2025 йылдың ҡышында Владимир Соколов ялған медицина һығымтаһын рәсмиләштергән өсөн аралашсыға 675 мең һум аҡса бирә. Был сумманан танышы үҙенә 505 мең ала, ә ҡалған 130 меңгә иптәшен яллай. Соколовҡа талап ителмәгән хирургик операция үткәрәләр, тегендәр һалалар һәм хәрби комиссариат өсөн ялған документтар бирәләр. Әммә схема уңышһыҙлыҡҡа осрай. Суд уны ете йылға иркенән мәхрүм итә, 1 350 000 һум күләмендә штраф түләргә мәжбүр итә, шулай уҡ кеҫә телефонын һәм ришүәт сифатында тапшырылған аҡсаны тартып алырға ҡарар итә. Егет үҙ ғәйебен танымай.

Был күңелһеҙ тамамланған хәл башҡаларҙы ла уйға һалыр, моғайын…Операция эшләгән хирург та яуапҡа тартырылыр ул.

 

АҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАН
АҠСА БИРЕП АРМИЯНАН ҠОТОЛМАҠСЫ БУЛҒАН
Автор:Римма Галимова
Читайте нас