Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
28 Июль , 05:55

Гонаһынан да ҡурҡмаған…

Всеволожский районында урам һепереүселәр яңы тыуған сабыйҙы пакетта таба.

Гонаһынан да ҡурҡмаған…Гонаһынан да ҡурҡмаған…
Гонаһынан да ҡурҡмаған…

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Дубровка ҡасабаһында биләмәне таҙартҡанда шаҡ ҡатырғыс табыш яһай. Ҡанға батҡан пакет эсендә ике сәғәтлек сабый һәм уның башында гематомалар була...  Ленин өлкәһендә йәшәүсе мәктәп уҡыусыһы яңы тыуған сабыйҙы тәҙрә аша ырғытҡан булып сыға. 15 йәшлек әсә егеттең фатирында бала таба, ә һуңынан сабыйҙы пакетта ташлай. Сабыйҙы үтеп барыусылар таба-уның башында гематомалар бар, әммә ул әле лә дауаханала йәшәй. Уны тапҡан әсә йоратын (үҙе лә бала ғына бит әле!) ҡулға алғандар, тикшереү бара. Уға ҡарата үлтереүгә маташыу өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡотҡарылған бала ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ рәсмиләштерәләр һәм яңы ғаилә эҙләйҙәр, тип яҙып сыҡтылар интернетта.

Фото: интернеттан алынды.

Гонаһынан да ҡурҡмаған…
Гонаһынан да ҡурҡмаған…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас