Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
28 Июль , 06:40

ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…

Дүртөйлө районында 16 йәшлек ҡыҙ, ялған тикшереүселәргә ышанып, курьерға 800 мең һумдан күп аҡса биргән. Дүртөйле районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур күләмдә мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аферистар ҡорбаны - балиғ булмаған ҡыҙ.

ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…
ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…

26 июлдә полицияның дежур бүлегенә Иванай ауылында йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙ ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын хәбәр иткәнсә, 16 июлдән 24 июлгә тиклем билдәле булмаған кешеләр өйҙә һаҡланған 800 мең һумдан күп аҡсаны урлаған. Енәйәтселәр уның яңы ғына  10-сы класты тамамлаған 16 йәшлек ҡыҙы аша эш иткән. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙан йәш үҫмер ҡыҙ менән телефондан һәм мессенджерҙарҙа элемтәгә кереүен асыҡлаған. Улар эҙмә-эҙлекле рәүештә үҙҙәрен сәскәләр хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре, министрлыҡ, ә һуңынан тикшереүселәр тип таныштырған. Посылка ҡабул итеү, ата-әсәләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу менән янау һәм аҡсаларҙы тикшереү сәбәбе менән аферистар ҡыҙҙы курьерға аҡса бирергә күндергән. Осрашыу өй янында үткән, аҡсаны тапшырғанда уҡыусы ҡыҙ код һүҙен әйткән. Әлеге факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был осраҡта ғәйепләнеүсе ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе ихтимал. Хәҙерге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашы булған заттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары үткәрә.

 Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: балиғ булмағандар йыш алдана. Ата-әсәләргә балалар менән даими рәүештә финанс хәүефһеҙлеге тураһында әңгәмәләр үткәреү бик мөһим. Уларға аҡса күсереү талаптары менән хәүефле шылтыратыуҙар йәки хәбәрҙәр килгәндә, кисекмәҫтән аралашыуҙы туҡтатырға һәм һеҙҙең менән элемтәгә керергә йәки полицияға 102 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатырға кәрәк.

Мәҡәлә «Кызыл таң» гәзите буйынса әҙерләнде.

ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…
ҮҪМЕР БАЛАНЫ АЛДАҒАНДАР…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас