Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
28 Июль , 05:25

ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре аҡсаны һаҡлап ҡалыу һылтауы менән пенсионерҙан 600 мең һум аҡса урлау осраҡтарын асыҡлай.

ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…
ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә 77 йәшлек ҡатын аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ҡатын аңлатыуынса, ошо көндәрҙә уға финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт, Пенсия фонды, Үҙәк банк һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып таныш булмаған кешеләр шылтыратҡан. Аҡсаны яҡлау һәм енәйәт эшмәкәрлеген финанслауға күсереүҙе иҫкәртеү һылтауы менән енәйәтселәр ҡатынды бөтә тупланмаларын алып, курьерға тапшырырға күндерә. Зыян күреүсе банк бүлексәһенән 600 000 һум аҡса ала, кредит ойошмаһы хеҙмәткәре, иҫкәртеү әңгәмәһенә ҡарамаҫтан, улына йортто ремонтлау өсөн аҡса кәрәк, тип аңлата.. Артабан мутлашыусылар такси саҡырып, уны Өфөләге йорттарҙың береһенә алып барып еткерә, унда пенсионер ҡатын билдәһеҙ иргә үҙенең тупланмаларын тапшыра, Кодлы һүҙҙе «Алма»тип атай. Бынан һуң енәйәтселәр тағы такси саҡырып, зыян күреүсене Стәрлетамаҡҡа ҡайтарып ебәрә.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы граждандарға:

- банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм дәүләт ведомстволары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да ҡулаҡсаны күсереүҙе йәки тапшырыуҙы талап итмәй;

-таныш булмаған кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе, СМС-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы һәм банк иҫәбе тураһында мәғлүмәттәрҙе хәбәр итмәгеҙ;

- билдәһеҙ кешеләрҙең күрһәтмәһе буйынса курьерҙарға аҡса бирмәгеҙ;

- шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатығыҙ һәм ойошмаға рәсми номер буйынса үҙегеҙ шылтыратығыҙ;

 - оло йәштәге туғандарығыҙҙы ошондай алдашыу схемалары хаҡында иҫкәртегеҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Әгәр һеҙ мутлашыусылар менән осрашһағыҙ, шунда уҡ полицияға 102 йәки 112 телефондары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.

 

ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…
ЯРАЙ ҘА МУЙЫНЫН БОРОП, ЙЫЛҒАҒА БАТЫРЫП КИТМӘГӘНДӘР…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас