Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
4 Августа , 12:19

19 йәшлек хоккейсы вафат булды

« Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Әмир Ханов бик йәшләй генә вафат булды. Был хаҡта хоккей күҙәтеүсеһе Алексей Горюнов һөйләне, мәғлүмәтте «КП-Уфа»баҫтырып сығарҙы. 19 йәшлек спортсының үлеме сәбәптәре һәм шарттары әлегә асыҡланмаған. Ханов спорт юлын «Салауат Юлаев»системаһында башлай. 2022/2023 йылдар миҙгелендә ул Волга буйы командалары араһында Рәсәй беренселегендә Салауат Юлаев-2007 командаһының һөҙөмтәлелеге буйынса иң яҡшы һаҡсыһы була: 43 уйында биш шайба индерә, 25 мәрәй йыя һәм һаҡсылар араһында иң яҡшы файҙалылыҡ күрһәткесе+34 күрһәтә.

19 йәшлек хоккейсы  вафат булды19 йәшлек хоккейсы  вафат булды
19 йәшлек хоккейсы вафат булды

Спортсы шулай уҡ Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы исеменән сығыш яһай һәм 2022 йылда уның составында Сириус Кубогы престижлы үҫмерҙәр турнирында еңеү яулай. Һуңғы ике миҙгелде ул милли йәштәр хоккей лигаһында үткәрә, Рыбинск «Полет»ы һәм Һамар «Самара»һы өсөн сығыш яһай. Әмир Ханов 2007 йылда тыуған Һәм «Салауат Юлаев» тың үҫмерҙәр командаларынан алып милли хоккей лигаһында сығыш яһауға тиклем юл үткән. Өфө клубы системаһында ул һөҙөмтәлелеге һәм файҙалылығы менән айырылып тора, төбәк беренселегендә үҙенең йәш төркөмө лидерҙарының береһе була. 2022 йылда Волга буйы Федераль округы йыйылма командаһының «Сириус кубогында» еңеүе уның карьераһында ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе була. Һуңғы йылдарҙа «Салауат Юлаев» клубы үҙ тәрбиәләнеүселәренә әүҙем ставка яһай, был команданы миҙгелгә әҙерләү тураһында материалдарҙа күп тапҡырҙар билдәләнә. Йәш уйынсының үлеме Өфө хоккей берләшмәһе өсөн ауыр яңылыҡ булды. Ваҡиға сәбәбе әлегә рәсми рәүештә аталмаған.» тип яҙғандар ине кисә.

Бөгөн Әмир Хановтың үлеменең сәбәбе хаҡында ла мәғлүмәт булды.

 «Салауат Юлаев» тың 9 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Әмир Хановтың йөрәк менән проблемалары була. Был хаҡта ТАСС сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итә. "Уйынсының йөрәк менән проблемалары була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның тромбы өҙөлгән», — тине агентлыҡ хәбәрсеһе.

Фото: интернеттан алынды.

19 йәшлек хоккейсы  вафат булды
19 йәшлек хоккейсы вафат булды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас