Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
4 Августа , 05:20

Гиппократ антын тормошта ҡулланған

Башҡортостанда Рощинский ауылы эргәһендәге Р240 трассаһында бала ҡатнашлығында юл фажиғәһе теркәлгән, Унда дүрт кеше зыян күргән. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының операциялар бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Фәйзуллин Эдуард Салауат улы ваҡиға урынында була һәм юғалып ҡалмай, ә ашығыс хеҙмәттәр килгәнгә тиклем зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтә.

Гиппократ антын тормошта ҡулланғанГиппократ антын тормошта ҡулланған
Гиппократ антын тормошта ҡулланған

Табиптарҙы көтмәйенсә, Эдуард Салауат улы урында ярҙам ойоштора, зыян күреүселәрҙең ғүмеренә янаған хәүефте бөтөрә. Ул улар янында була, хәлен күҙәтә, аңдарын нығыта һәм паника таралыуына юл ҡуймайынса тынысландыра. Ун минуттан һуң килгән ашығыс ярҙам бригадаһы табиптан һәр зыян күреүсенең хәле һәм күрһәтелгән ярҙам тураһында ентекле мәғлүмәт ала. Был медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ҡиммәтле ваҡытты экономиялап, оператив рәүештә артабанғы эштәргә тотонорға мөмкинлек бирә.

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Эдуард Салауат улының ҡылығы - ауыр хәл ваҡытында юғалып ҡалмаған һәм кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән ысын табип миҫалы булып тора.

Гиппократ антын тормошта ҡулланған
Гиппократ антын тормошта ҡулланған
Гиппократ антын тормошта ҡулланған
Гиппократ антын тормошта ҡулланған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас