Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
16 Сентября , 05:25

ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…

Стәрлетамаҡта наркотиктарҙың законһыҙ һаҡланыуы асыҡланған. Белорет трактында Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһендә үткәрелгән саралар барышында патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре наркотикты законһыҙ һаҡлау фактын асыҡланы.

ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…
ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…

Шәхси тикшереү барышында 32 йәшлек урындағы кешелә полимер пакетлы изолента төргәге табыла, уның эсендә порошоҡ һымаҡ матдә була. Белгестәрҙең һығымтаһына ярашлы, тартып алынған матдә 0,3 грамм самаһы ауырлыҡтағы наркотик булып сыға. Алдан билдәләнгәнсә, тыйылған матдәне гражданин интернет-мессенджерҙарҙың береһе аша шәхси ҡулланыу өсөн һатып ала, шунан һуң уны йәшерен урын-закладканан ала. Был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (наркотиктарҙы һатыу маҡсатыһыҙ законһыҙ һатып алыу һәм һаҡлау). Ғәйепләнеүсегә ҡарата сығыу һәм тейешле тәртип тураһында ҡултамға рәүешендә һаҡлыҡ сараһы һайлана.

Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен һәм наркотик һатып алыу сығанағын асыҡлауға йүнәлтелгән кәрәкле тикшереү эштәре алып барыла. Статья санкцияһында 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған. Полиция иҫкәртә: интернет аша, шул иҫәптән йәшерен-закладкалар ярҙамында  наркотик һатып алыу - енәйәт эше булып тора.

Р.ҒӘЛИМОВА.

ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…
ТЫЙЫЛҒАН НӘМӘНЕ ҺАТЫП АЛЫУ ҘА – ЕНӘЙӘТ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас