Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Хәл-ваҡиғалар
29 Сентября , 11:20

Банк хеҙмәткәре ҡамасаулаған

Стәрлетамаҡта банк хеҙмәткәре Виктория Бикмөхәмәтова 68 йәшлек пенсионерҙан бер миллион һум аҡса урлауҙы туҡтатты.

Банк хеҙмәткәре ҡамасаулағанБанк хеҙмәткәре ҡамасаулаған
Банк хеҙмәткәре ҡамасаулаған

Урындағы полиция мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә көн дауамында билдәһеҙ кешеләр, ведомство һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып, аҡсаны һаҡлап ҡалыу һылтауы менән ҡатын-ҡыҙҙы аҡсаны күсерергә күндерә. Пенсионер ҡатын банкка аҡса алырға килгәс, уяу хеҙмәткәр 60 йәштән һуң операция өсөн балаларҙың булыуы кәрәклеген хәбәр итә. Был ваҡыт оторға, улына шылтыратырға һәм аҡсаны иҫәптән сығарырға бирмәҫкә мөмкинлек бирә. Мутлашыуға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн Виктория Бикмөхәмәтова Эске эштәр министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Фото: ҡала хакимиәте сәхифәһенән.

 

Банк хеҙмәткәре ҡамасаулаған
Банк хеҙмәткәре ҡамасаулаған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас