

Оло йәштәге ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә стационар телефонына билдәһеҙ ҡатындың шылтыратыуы тураһында һөйләй, ул үҙен урындағы поликлиника хеҙмәткәре тип таныштыра. Шылтыратыусы ҡатынға мөмкин тиклем тиҙерәк флюорография эшләргә кәрәклеген аңлата һәм алдағы көндәрҙә бындай мөмкинлек бар тип ышандыра. Зыян күреүсе ризалаша, һәм уға СНИЛС мәғлүмәттәрен әйтергә ҡушалар. Бер аҙҙан пенсионерға таныш булмаған кеше шылтыратып, уның «Дәүләт хеҙмәттәре» аккаунтын ватҡандар һәм мутлашыусылар уның исеменә кредит алырға маташа, тип хәбәр итә. Артабан ғариза биреүсегә "Хәрби прокуратура хеҙмәткәре" шылтырата, ул мутлашыусылар яҡын арала уның бөтә аҡсаларын сит илгә күсереп, дуҫ булмаған дәүләттәрҙең эшмәкәрлеген финансларға ниәтләй, тип хәбәр итә Мутлашыусы пенсионер ҡатынға аҡсаны декларациялап һаҡлап ҡалырға мөмкин тип ышандыра. Ир пенсионерҙы тупланған аҡсаны банктан алырға һәм уны махсус рәүештә уның өйөнә килгән «банк белгесе» нә тапшырырға күндерә. Ул, тикшереүҙәрҙән һуң аҡсаны хужаһына тулыһынса ҡайтарасаҡтар, тип хәбәр итә. Килешелгән ваҡытта ҡатын килгән курьерға 705 мең һум аҡса тапшыра.
Билдәләнгән ваҡытта аҡса кире ҡайтарылмай, ә әңгәмәсе бәйләнешкә сыҡмай, пенсионер ҡатын үҙенең мутлашыусылар селтәренә эләгеүен аңлай. Уға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Полиция бүлеге тәфтишсеһе тарафынан РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә мутлашыу тураһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: ҡала хакимиәте сәхифәһенән алынды.