

Стәрлетамаҡта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре сит ил автомобиленә иғтибар итә һәм водителдең туҡтауын талап итә. Әммә ир кеше полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы талаптарын һанға һуҡмай, тиҙлеген арттырып ҡасырға маташа.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эҙәрлекләү ойоштора. Вокзал урамына барып етмәҫ элек, ир автомобилен ҡалдырып, йәйәү ҡасмаҡсы була, әммә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
Руль артында иҫереклеге беленеп торған беҙҙең ҡалала йәшәүсе 32 йәшлек ир була.
Тәүге тикшереү күрһәтеүенсә, тынын өрҙөрөп ҡарағанда унда 0,595 мг/л алкоголь булыуы асыҡлана.
Ир, һөҙөмтә менән килешмәйенсә, иҫереклек торошона тикшереү үтеү өсөн наркология учреждениеһына ебәреүҙәрен һорай һәм унда һөҙөмтә 0,631 мг/л тәшкил итә.
Водителгә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса административ материал төҙөлә. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү кеше ғүмеренә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һаулығына хәүеф янай. Полициянан ҡасырға маташыу яуаплылыҡтан азат итмәй.
Эскән килеш руль артына ултырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Р.УСМАНОВА.
Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт автоинспекцияһы сәхифәһенән.