Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Сентябрь 2018, 14:37

Проза оҫтаһы арабыҙҙан китте

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Билдәле башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, ике тиҫтәгә яҡын китап авторы, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Нәғим улы ШӘРИПОВ 71-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Билдәле башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, ике тиҫтәгә яҡын китап авторы, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Нәғим улы ШӘРИПОВ 71-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.
Ул тыуған районы Белоретта педагогия училищеһын, БашДУ-ны тамамлай. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштерһә лә, әҙәбиәт юлынан китә. 1974 «Совет Башҡортостаны» гәзитенә тәржемәсе итеп эшкә саҡырыла, унан хәрби хеҙмәт, йәнә гәзит эше (баҫманың әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була), йәнә белем алыу. Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡандан һуң, 2003 йылға тиклем «Китап» нәшриәтендә нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире була. Һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби мөхәррир һәм проза бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.
Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй башлағас, үҙенең тәүге әҫәрҙәрен Белорет районы гәзите «Урал»да баҫтыра. Тәүге ижад емештәре менән ҡанатланған егет Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юллана. Бындағы башҡорт-рус бүлегендә әүҙем эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге уның өсөн ысын мәктәпкә әйләнә: йәш автор сәмләнеп яңынан-яңы хикәйәләр яҙа, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыла. «Һалсы малай» тип исемләнгәне йәш һәм башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән төҙөлгән «Йәш көстәр» альманахының 1977 йылда нәшер ителгән 16-сы китабында донъя күрә. «Ҡышҡы усаҡ» тигән икенсе хикәйәһе шул уҡ альманахтың 1981 йылда баҫылған 17-се китабына индерелә. Тәүге хикәйәләре башлыса ауыл тормошона, хозур тәбиғәтле Белорет яҡтарында йәшәүсе тырыш урмансылар эшмәкәрлегенә арналған булһа, 1992 йылда нәшер ителгән беренсе оло әҫәре - «Хушлашмайым» романы заманында быуат төҙөлөшө итеп иғлан ителгән «Байкал-Амур» тимер юл магистрален һалыусылар хеҙмәтенә арнала. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә кешеләр араһындағы төрлө яҡлы мөнәсәбәттәрҙе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс алымдар менән һүрәтләй, үҙенә генә хас образдар тыуҙыра, яҡшы сифаттарға, юғары хистәргә дан йырлай.
Авторын юғалтһаҡ та, уның яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәгән проза әҫәрҙәре үҙ уҡыусыһын юғалтмаҫ. Роман-хикәйәләре лә башҡорт әҙә-биәте уҡыусыларының тағы әллә нисә быуынын тәрбиәләр әле...
Читайте нас: