Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Сентябрь 2018, 14:41

Йырҙары ла, эштәре лә күңелдә һаҡланыр...

Рәсәйҙең легендар эстрада йырсыһы, Рәсәй Геройы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон 81-се йәшендә вафат булды. Ул, репертурына 3 меңдән ашыу йыр ингән иң абруйлы артист булараҡ ҡына түгел, байтаҡ изге эштәр башҡарған шәхес сифатында ла хәтерҙә ҡалыр.

Кобзон Рәсәй эстрадаһында инде күптән сағыу йондоҙ булып балҡыны. СССР-ҙың халыҡ артисы, Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, бөтөн донъяны шаҡ ҡатырған «Норд-Ост» фажиғәһендә үлем тырнағынан балаларҙы ҡотҡарған герой, етди ҡарашлы сәйәсмән, үҙ иленең ҡурҡыу белмәҫ ысын патриоты, халыҡ һөйөүен яулаған йырсы... Уның наградалары ла күп ине. Әммә тамашасы һөйөүе йырсы өсөн барыһынан ҡиммәт булды.
Иосиф Кобзон Башҡортостандың да яратҡан ҡунағы ине, ул, мөһим сараларҙа ҡатнашып, абруйлы һүҙен әйтте. Өфөгә һуңғы тапҡыр 2017 йылдың октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыуға арналған тантаналы сараларға килгән.
Совет заманының ысын илһөйәрен кәүҙәләндергән көслө ихтыярлы йырсының йырҙарында нисәмә быуын тәрбиәләнде. Асыҡ сырайлы, кешеләр менән ихлас аралашыусан, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу фекерле шәхес күптәр өсөн терәк-таяныс булды.
Шәхестәрҙең ил алдындағы әһәмиәтен беҙ, үкенескә ҡаршы, юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ шул. Ул мәңге йәшәр һымаҡ уйлайбыҙ. Хәйер, шәхестәр үлмәй, йондоҙҙар һүнмәй, ә йыһандың башҡа даирәләренә күсә. Иосиф Кобзон йондоҙо ла...
Читайте нас: