Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Сентябрь 2018, 14:31

Йәнең йәннәттә булһын, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы!

Күренекле ғалим, башҡорт мифологы, тел ғилеме белгесе Салауат Абдрахман улы ҒӘЛЛӘМОВ арабыҙҙан китте.

Ул үҙенең ғил-ми хеҙмәттәрендә башҡорт теленең бик күп боронғо һәм хәҙерге заман телдәре, боронғо башҡорт мифтары һәм эпостарының боронғо һинд-европа философияһы менән бәйләнешен тикшереү менән атаҡлы ине.
Салауат Ғәлләмов фән менән университетта уҡыған сағында уҡ ныҡлап шөғөлләнә башлай – дини философия һәм мифологияны өйрәнә. Һуңғы өс курс эштәрен А. Лосев хеҙмәте буйынса философия фәнендә боронғо грек мифологияһын өйрәнеүгә бағышлай.
Үҙенең китаптарында Ғәлләмов башҡорт теле күп Европа телдәренә (грек, латин теленән башлап инглиз теленә тиклем) йоғонто яһаған тип раҫланы. Ғалим башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы булды. Уның теорияһына ярашлы, боронғо һиндтар һәм гректар,Һиндостанға һәм Мысырға күсеп килгәнсе Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәгән. Ғалим раҫлауынса, боронғо һинд философияһының барлыҡҡа килеүенең сығанаҡтарының береһе булып башҡорт халҡының «Урал-Батыр» эпосы тора.
Үҙенсәлекле, үҙ ҡарашын ярып әйткән ҡыйыу фекерле ғалим тормошта, үкенескә ҡаршы, бик күп ҡаршылыҡтарға, кәртәләргә дусар булды. Уны күптәр аңламаны, хатта фәнни дәрәжәһеҙ ғалим ине ул. Нисек кенә булмаһын, үҙе әйтмешләй, тарихсының бурысы – тарихты боронғолаштырыу һәм ул ғүмерен ошоға бағышланы ла инде. Салауат Абдрахман улының “Мин үҙ халҡымды сикһеҙ яратам, шуға ла мин уның тарихын төбөнә төшөп өйрәнәм, иң боронғо дәлилдәрҙе эҙләйем”, – тигән һүҙҙәре нәҡ уның булмышына тап килә.
Йәнең йәннәттә булһын, ғалим!
Читайте нас: