Илфат Йомағолов 1962 йылда Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер бүлеген тамамлаған. Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт академия театрында, “Нур” театрында эшләгән. “Ай тотолған төндә”, “Һуңғы уҙаман”, “Балаҡайҙарым”, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектаклдәрендә уйнаған сағыу ролдәре, шулай уҡ башҡорт кино һәм телефильмдарында (“Ай ҡыҙы”, “Миҙал”, “Рәхмәт” ) башҡарған ролдәре менән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып иҫтә ҡалды. Уның тәржемә эше менән шөғөлләнеүе, шиғырҙар һәм пьесалар ижад итеүе лә билдәле. Илфат Йомағоловтың арабыҙҙан китеүе бик үкенесле. Кисә уны тыуған ауылына алып ҡайтып ерләнеләр. Йәне йәннәттә булһын!