Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Ноябрь 2018, 12:14

Билдәле журналист Фәнис Фәтҡуллин менән хушлаштылар

Өфөлә журналист Фәнис Фәтҡуллин (Фәнис Фәтхи) менән хушлаштылар. Ул кисә 58-се йәшендә донъя ҡуйҙы.

Фәнис Фәтҡуллин БАССР-ҙың Бүздәк районында тыуған. Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. «Башҡортостан» ДТРК-да татар редакцияһын етәкләй. 1992 йылда «Ҡыҙыл таң» гәзитенә эшкә күсә. Шул саҡта уҡ «Азатлыҡ» радиоһының үҙ хәбәрсеһе була, Мюнхенда һәм Прагала эшләй. 1999 йылдан «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе була. 2012 йылдан Өфөлә «ТНВ-Планета» телевидениеһының хәбәрселәр пунктын етәкләй.
«Татар-информ» мәрхүм менән аралашҡан кешеләрҙең әйткән фекерҙәрен йыйған. «Уның телесюжеттарында Башҡортостанда йәшәгән татар халҡының проблемалары ла, уңыштары ла бар ине. Татар телен өйрәнеү менән бәйле проекттарға ҙур иғтибар бүлде. Фәнис татар милләтенең мәҙәниәтен үҫтереүгә, нығытыуға һәм һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе», — тине дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева.
http://www.bashinform.ru/news/1242518-v-ufe-prostilis-s-izvestnym-zhurnalistom-fanisom-fatkullinym/
Читайте нас: