Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ноябрь 2018, 13:57

Әсхәл эҙҙәре...

Үтеп барған ай күңелһеҙ яғы менән иҫтә ҡала: күренекле шағир, танылған әҙип Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА донъянан китеп барҙы. Был хәбәр аяҙ көндө йәшенле бурандай булды. Ул башҡорт әҙәбиәтенең, уның шиғриәтенең алтын бағанаһы ине. Был хәбәр беҙҙең Стәрлетамаҡты айырыуса ныҡ тетрәндерҙе. Сөнки шағир ҡалала педагогия институтында уҡыны һәм уның әҙәби тормошонда айырыуса яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965-1985 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе була. 1970 йылдан – СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы. Әсхәл Әхмәт-Хужа 2015 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ була.
“Шиғырҙарҙы башҡортса баҫып сығарығыҙ!”
Уның менән һәм уның ижады менән танышҡанда мин Стәрлетамаҡ районы гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй инем. Бер мәл ул редакцияға килеп инде лә минең өҫтәлгә шиғырҙар килтереп һалды һәм:
– Һеҙ гәзитте русса һәм татарса сығараһығыҙ, бына был шиғырҙарҙы башҡортса баҫып сығарығыҙ! – тине йылмайып.
Ысынлап та, шиғырҙарҙы уҡып сығыу менән:
– Яҡшы шиғырҙарҙы беҙ бөтә донъя телендә сығара алабыҙ, – тинем. – Шиғырҙарың миңә оҡшаны, Шәмбе битенә индерәм.
Шулай итеп, беҙ буласаҡ ҙур шағир менән осраштыҡ. Уның оло тулҡынланыу, әллә ниндәй бер эске ҡайнар тойғо һалынған «Башҡортостан» тигән шиғыры беренсе башлап беҙҙең «Стәрле» гәзитендә сыҡты. (Хәҙер был шиғыр йыр булып бөтә мөхитте яңғырата.) Бынан һуң да ул беҙҙең менән элемтәне өҙмәне. Бигерәк тә балалар өсөн яҙған шиғырҙары йыш баҫылды. Ул һөҙөмтәлә студент сағында уҡ «Бәрәскәйем» тигән китап сығарҙы.
Түңәрәк киңәйҙе
Иң яҡты яғы Әсхәлдең педагогика институтында эшләп килгән әҙәби түңәрәкте ҡеүәтләп ебәреүе булғандыр. Бында мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡығанда уҡ түңәрәк эшләп килә ине. Әсхәл, был түңәрәкте үҙ ҡулына алғас, уның географияһын киңәйтеп ебәрҙе һәм ул «Әҙәби берекмә» тип атала башланы. Был ижади берекмәгә Стәрлегә күрше ҡалаларҙан – Салауаттан, Мәләүездән, Күмертауҙан, Ишембайҙан йәш көстәр килә башланы. Әсхәл институтты тамамлағас та Стәрлетамаҡта ҡалды һәм ижади көстәрҙең артыуына шатлана торғайны. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең берекмәгә Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан шағир, сатирик-юморист Сулпан Иманғолов, прозаик Үзбәк Сирбаев, Стәрлебаштан шағирҙар Фәйзи Ғүмәров, Мариус Мәҡсүтов, прозаиктар Флүр Ғәлимов, Зиннәт Ғәлимов, Стәрлетамаҡ районының Йондоҙ ауылынан Әхмәт Әһлиуллин һәм башҡа күптәр берекмәбеҙ ағзалары булып китте.
Уның яҙмышы аша бик күп ҡәләмдәштәрҙе хәтерләргә була. Ул ҡыҙыҡ хәлдәрҙең дә айышына төшөнөп эш итергә тырышты. Бер мәл сатирик-юморист Сулпан Иманғолов менән булған ҡыҙыҡ хәлде йылмайып иҫкә алғы килә. Икенсе районға күсеп эшләй башлағас, уны район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләгәндәр икән. Шунда Сулпан Иманғолов үҙенә эпиграмма яҙған:
Культураның иң башында
Иманғолов ултыра.
Иманғолов ултырғанда
Начёрт беҙгә культура.
Һөҙөмтәлә шағирҙы эштән бушатҡандар. Был хәбәр Әсхәлгә килеп етә. Ул Сулпанды саҡырып ала ла:
– Сатира-юмор китабыңды әҙерлә, беҙҙән фатиха булыр, – ти. – Китапта теге эпиграмма ла булһын. Тик уға тағы бер куплет өҫтәргә кәрәк, үҙеңде булдыҡһыҙ итеп күрһәтергә түгел, ә мәҙәниәттең етешһеҙлектәрен фашлап, нисек күтәреү тураһында.
Шулай итеп, сатирик-юмористың китабы килеп сыға. Ошо китап сыҡҡас, район етәкселәре Сулпанды саҡырып алып, йәнә үҙ урынына ҡуялар. Тик ул да донъянан иртә китте.
Әсхәл ярған юлды ла күмеп ҡуйҙылар һымаҡ
Беҙҙең әүҙем ижади эш алып барған етәксебеҙ Әсхәлде Өфөгә күсерҙеләр. Ул киткәс, әҙәби берекмә эшен миңә тапшырҙылар. Мин Әсхәл башлаған ижади емештәрҙең сәскә атыуы өсөн ҡулымдан килгәнсә эшләргә тырыштым. Беҙҙә хәҙер үҙебеҙҙең ҡалала ла 7 кеше Яҙыусылар союзы ағзаһы булып китте. Тимәк, әҙәби эштәрҙе артабан юғары кимәлгә күтәреү өсөн рәсми ойошма кәрәклеге тыуҙы. Мин Башҡортостандың Өлкә партияһы секретары Таһир Исмәғил улы Ахунйәновҡа барып, был мәсьәләне юллай башланым һәм һөҙөмтәлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ филиалы асылды. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең союз етәксеһе Әсғәт Мирзаһитов үҙе менән килешмәй, Өлкә секретарына барып ингән өсөн мине «тәрбиәләп» тә алды.
Бөтә был ижад эштәренең дауам ителеше талантлы Әсхәл Әхмәт-Хужаның әүҙемлегенән, уның әҙәби аҡыл эйәһе булыуынан башланды, тип әйтер инем. Башҡортостан Яҙыусылар союзы филиалы дәүерендә күрше ҡалаларҙа, шул тирәләрҙәге райондарҙа йәшәгән әҙиптәр һаны 26-ға етте. Дөрөҫөрәге, еткән ине. Ләкин юғары хакимдар был филиалды юҡҡа сығарҙы, шуның менән бергә Әсхәл ярған юлды ла күмеп ҡуйҙылар һымаҡ. Был хата киләсәктә үҙен һиҙҙертәсәк әле. Яҙыусыларһыҙ иман юҡ, тәрбиә аҡһай шул. Әммә беҙ әҙәбиәтебеҙҙең алтын ижади бағанаһын тәшкил иткән ҡәләмдәштәребеҙҙе онотмайбыҙ, урындары йәннәттә булһын, ҡасандыр ҡылған эштәребеҙ ҙә тергеҙелер әле, тигән өмөттә йәшәйем.
Кәбир АҠБАШ.
Читайте нас: