Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Декабрь 2018, 13:53

Бер кемде лә урап үтмәне был йылдар

Ҡыштың беренсе көнө йыл һайын аҫыл улдарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп тора.

Быйыл да аяҙ һәм һалҡын көн бигерәк тә шул ваҡиғаларға яҡынайтҡан кеүек.
Сатлама һыуыҡта окоптарҙа, хәрби машина эсендә, танкта, яу яланында дошман менән көрәш алып барған егеттәрҙең батырлыҡтарын, исемдәрен иҫкә алмай мөмкин түгелдер. Аяҡ-ҡулдары яраланып та һуңғы тын алышына тиклем ут тотҡан һалдаттарыбыҙҙы яугир-интернационалист һәйкәле эргәһендә ҡала халҡы митингҡа йыйылып, сәскә һалып иҫкә алды.
– Егеттәрҙең батырлыҡтары беҙҙең дә, йәштәрҙең дә күңелендә һаҡланыр, – тип билдәләп китте сарала Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Митингҡа йыйылғандар ғына түгел, үтеп барыусылар ҙа, сәскә һалыуҙа ҡатнашмаһалар ҙа, бер мәлгә туҡталып был йылдарҙы иҫләп алғандарҙыр. Кемдер улдарын, дуҫын, хеҙмәттәшен, ағаһын, күршеһен, ауылдашын. Бер кемде лә урап үтмәне был йылдар.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: