Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Февраль 2019, 13:51

Аҡ күңелле аҡһаҡал инең һин, Аҡбаш ағай!

...Рәсәйҙә «Театр йылы» старт алды. Ошо айҡанлы редакцияла «түңәрәк өҫтәл» ойошторорға йөрөйбөҙ. Ҡунаҡтарҙы барлап, драматург Кәбир Аҡбаштың номерын йыям. Яңы йылда шылтыратҡан да юҡ, күптән күрешелмәгән. «Ниңә оҙаҡланың», - тип орошмаһа инде ағай...

– Сәләм, Кәбир ағай! Хәлдәр нисек?
– Сәләм-сәләм, мин дауаханала...
Бәлә – аяҡ аҫтында, тиҙәр. Йығылып, аяғын имгәткән икән шәхес. Тик аяҡ ҡынамы һуң, хәле ҡыл өҫтөндә икән дә драматургтың. Һыҙланыу-ҙарына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыттағыса балҡып,
йылмайып ҡаршы алды Кәбир ағай. «Бына «Ашҡаҙар»-ҙы (драмаһын әйтә – авт.) ҡайтанан эшләй башланым әле, дауахананан сыҡҡас ныҡлы тотонормон инде. Егерме йыл буйы уйланып йөрөгән фекерҙәр бар...»
Һәр ваҡыттағыса ижад, милли баҫмалар яҙмышы, донъуяи хәлдәр тураһында һөйләштек. Ныҡышһам да сире тураһында ныҡлы һөйләмәне ағай. Уның ҡарауы, табип: «Һыу, һурпа эсә ала» тип, әллә шом, әллә өмөт һалып ҡайтарҙы күңелгә. Киләһе шәмбегә тиклем хушлаштыҡ... Тик киләһе шәмбелә палатаһында юҡ ине инде шәхес, «реанимацияла» тинеләр, операция көтә... Ҡулдағы һурпаны, күңелдәге уйҙарҙы төйнәп кире ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Тик... Шулай уйламағанда «киләһе шәмбе» яҙманы ла ҡуйҙы!
...Ашы ашалған, йәше йәшәлгән тиерҙәр, бәлки. Тик күңелде барыбер ҙа үкенес өйкәй шул. Күпме әйтелмәгән һүҙҙәре, яҙаһы юлдары, күпме кәңәштәре ҡалды уның. Бер Хоҙай белә. Тик шуныһы был үкенесте бер ни тиклем тарата: ә бит уның һүҙҙәрен нисәмә кеше йыр итеп йырлап йөрөй, балаларға уҡый, драмалары сәхнәләрҙән төшмәй. Быныһын инде Хоҙай ғына түгел, халыҡ та белә һәм, иң мөһиме, онотмаһын ине!
Аҡ күңелле аҡһаҡал инең һин, Аҡбаш ағай! Үҙең дә, ижадың да тик яҡтылыҡҡа әйҙәүсе!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: