...Миңә уның менән танышып, дуҫлашҡанға, 45 йыл самаһы ваҡыт та уҙҙы. Шул осорҙа уның бойоғоп, сырайын боҙоп, уфтанып, күңеле төшөп йөрөгәнен күргәнем булманы. Асыҡ йөҙлө, олпат кәүҙәле, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған ир-егет, гел йылмайып, ниндәйҙер йылы һүҙҙәр табып ҡаршы алыр ине. Эсендә, бәлки, ут янған ваҡыттары ла булғандыр, ләкин ул кешегә белдермәне. Уның менән әңгәмәләшеүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ була торғайны. Ә шулай ҙа, ҙур һәм талапсан яҙыусы янында, үҙемде нисектер алдан көйләп, һөйләшеүгә әҙерләп ҡуя инем. Бәхәсләшкән саҡтар ҙа булды. Проблемаларҙы тикшергән мәлдә, ныҡышмалы һүҙ алып барһаҡ та, һүҙ көрәштереү булманы, һуңынан килешеп, ыңғай һөҙөмтәгә килә торғайныҡ. Әгәр ҙә һөйләшеү, бәхәсләшеү бик бармаһа, ул сатираға, юморға күсер ине. Кәбирҙең үҙе уйлап сығарғанмы, әллә кемдәндер отоп алғанмы һүҙҙәре күп булды. Мәҫәлән; «Юморҙы – йоморо», «папканы – бәпкә», «портфелде – мөртәфил» һәм башҡалар. Был һүҙҙәр яҙмамда осраҡлы түгел.
Бер һалҡын көҙ көнөндә, Кәбирҙәргә килдем, әҙерәк һөйләшеп алаһы бар ине. Ҡыңғырауға баҫам, берәү ҙә асмай. Тағы бер нисә мәртәбә баҫам, яуап юҡ. Ишек тотҡаһынан тотоп, әҙерәк төрткәйнем, асылып китте. Индем дә, кем бар өйҙә, тип һораным.
– Әйҙә, үт, – Кәбирҙең тауышын ишеттем. Тиҙ генә сисендем дә, тауыш сыҡҡан төпкө бүлмәгә үттем. Был бүлмә – уның эш кабинеты. Инһәм, Кәбир трусикта, майкала ғына балконда тора.
– Әйҙә, үт! Бынан ҡарауы ҡыҙыҡ. Алыҫ ерҙәр күренә, ярты ҡала күҙ алдыңда, – тип миңә әйләнде.
– Бик матур ҡаршы алаһың дуҫыңды. Ниңә ишегең асыҡ, Фәриҙә өйҙә юҡмы ни? – тип бер нисә һорау бирҙем.
– Кем инһен дә, нәмә бар беҙҙең урларға? Ә Фәриҙә – баҡсала, бөгөн ул кишерҙәрҙе йолҡа.
– Ә һин нишләп бында тораһың, уға ярҙам итмәйһең? – тип һораным.
– Һәр кешенең үҙ эше бар, – тине йорт хужаһы.
Мин уның өҫ кейемен байҡап сыҡтым да, бер шиғыр һымағыраҡ әйбер уйлап таптым:
Һинең төрөс, бигерәк шөрөш,
Әйтеп тә бөттөм, Кәбир минән: «Һин, Риф, нимәгә килдең әле? – тип һораны ла, – һинһеҙ ҙә ҡуҙғытҡыстар күп”, – тип, миңә төрттөрөп әйтеп ҡуйҙы.
– Минең яҙған шиғырҙар, “йоморолар”, ана, “мөртәфил” тулып ята, “бәпкә” лә улар менән тулған, – тип өҫтәлдә ятҡан әйберҙәрен күрһәтте. – Так что, минең бер шиғырым Фәриҙәнең бер биҙрә кишеренән күпкә ҡиммәтерәк.
– Әйтә алмайым, – тинем мин, мыҫҡыллаған һымағыраҡ итеп.
– Ох, һин, Риф – язва. Һорауың бармы тағы?
– Мин һиңә килмәнем бөгөн, мин тышта инде. Ниндәй һорауы булһын, ти, урамда йөрөгән кешенең, – тип, сыға башланым.
– Ярай инде, асыуланма. Әйҙә ултыр, сәй эсеп алырбыҙ, мәйе лә бар, – тип мине аш бүлмәһенә алып инде. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Төштән һуң ул миңә:
– Ярай, ҡайт. Миңә Фәриҙә артынан барырға кәрәк, – тине.
...Кәбирҙең ижад емештәре, публицистик эшмәкәрлеге, башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашыуы Стәрле-тамаҡ халҡына онотолмаҫ ваҡиға булып ҡалды һымаҡ. Бындай шәхестәр йыш килмәйҙәр ергә. Гәзит уҡыусылар Кә-бирҙең ижады менән таныш, әлбиттә. Нигеҙҙә, ул драматургия өҫтөндә күп эшләне, шуның араһында хикәйәләр, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр ҙә яҙҙы. Уның бик күп комедияларын ҡарап, шатланып йөрөнөк. Сатира һәм «йоморо» оҫтаһы ине ул. Бер мәл иптәштәр араһында уның матур-матур шиғырҙар ижад итеүе тураһында былай тип әйттем: “Әгәр ҙә Кәбир Аҡбашев драматургия, хикәйәләр яҙыу менән булышмай, тик шиғырҙар ғына яҙһа, унан бөйөк шағир сығыр ине”. Был фекеремде дәлилләр өсөн, бер нисә йырға һалынған шиғырҙарын әйтеп китеү ҙә етә: «Юғалма юлдарымдан, юғалма», «Һин тыуған көн», «Йәшлегем тирәктәре», «Көмөш туйҙар», «Ҡабатланмай әсәйҙәр», «Гәлсәр шишмә», «Сәрмәсән», «Нисә йылдар көтәм бит инде» һәм башҡалар. Башҡортостандың күп кенә атаҡлы композиторҙары (Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов) һәм башҡалар уның шиғырҙарына онотолмаҫ йырҙар яҙҙы.
Талант эйәһе киң диапазонлы була. Кәбир үҙе лә бик матур йырланы. Тауышы моңло, көр булды. Мәжлестәрҙә беҙ гел унан йырлауын һораныҡ. Тота ла йырлай, инәлтмәй торғайны. Шулай Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барған көндәрҙә беҙҙең делегацияны Өфөнөң МПО заводы ҡунаҡҡа алды. Ҡоролтай тамамланған көнө хужалар хушлашыу кисәһен үткәрҙе. Һөйләшеп ултыра торғас, беҙҙең делегацияның етәксеһе Спартак Әхмәтов миңә:
– Йә, композитор, ебәр әле бер йырыңды йырлап, – ти.
Бындай хәлде мин көтмәгән дә инем, рәтле йырлай ҙа белмәйем һәм: “Минән булмай”, – тинем.
– Улай булғас, шағир, һин йырла, – тип Кәбиргә ҡараны. Кәбир бер һүҙ ҙә әйтмәй, «Әлдә дуҫтар бар әле» тигән йырҙы йырланы ла һалды. Бар яҡлап та һәләтле ине шул егет.
Ҡала радиоһының редакторы һәм дикторы булып эшләгән осоронда, ул һөйләй башлаһа, бөтә әбей-һәбейҙәр ҡолаҡтарын радио йәшнигенә тыға яҙып тыңлайҙар ине. Ул заманда, телевизорҙа «Клуб кинопутешественников» исемле яңы программа эшләй башланы. Алып барыусыһы – Шнейдеров бабай. Рәсәйҙең генә түгел, бөтә Советтар Союзының әбейҙәре уға ғашиҡ булды. Шнейдеровты ҡарарға улар иртән үк әҙерләнер булған. Имеш, бабай уларҙы күреп ултыра. Беҙҙең Кәбир Аҡбашев та Стәрлетамаҡ радио тулҡынында шул үҙебеҙҙең Шнейдеровыбыҙ булды. Халыҡ яратты уны. Кешелекле һәм кеселекле, матур тауышлы булғаны өсөн. Ул да Стәрлетамаҡ халҡын яратты. Стәрлене, Ашҡаҙарҙы яратты. Күп шиғырҙарын Ашҡаҙарға бағышланы. Хәтирәләремдең һуңында уның «Һандуғас булып ҡунырмын» тигән шиғырының бер генә куплетын иҫегеҙгә төшөрөп китәм:
Эх, яҙ етте, яҙҙар килде лә бит, үҙең генә юҡ. Йәнең йәннәттә булһын, дуҫым.
Шундай арҙаҡлы шәхестәр, аҡ-һаҡалдар донъяны ҡалдырып киткәс, беҙ уларға тоғро булып ҡалырға тейешбеҙ. Беҙ уны хәтерҙә һаҡлап, хәтер кисәләрен үткәреп, ҡомартҡы итеп таҡтаташ ҡуйып, исемен мәңге-ләштерербеҙ, тип ышанам.