Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Апрель 2019, 12:06

Оло йөрәкле инең, Азамат ағай...

Башҡортостандың атҡаҙанғанартисы Азамат Хәлиловты тамашасы мөкиббән китеп яратты.Уның ихласлығы, уның оҫталығыһоҡланмаҫлыҡ, ғашиҡ булмаҫлыҡта түгел ине шул. Шулай ҙа бөгөнмин уны актер булараҡ ҡына түгел,ә уҡытыусы, тормош остазы итепкүҙ алдына баҫтырғым килә.

Азамат Самат улы менән беҙ
Стәрлетамаҡта бергә эшләнек. Ул

беҙҙең институтта (хәҙерге БДУның Стәрлетамаҡ филиалы, элекке

З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ

дәүләт педагогия институты) студенттарҙы актер оҫталығына өйрәтте,

спектаклдән өҙөктәр ҡуйҙы, мин ул

саҡта – тәрбиәүи эштәр буйынса

декан урынбаҫары инем. Шуға йыш

ҡына аралашырға, бергә эшләргә,

фекер алышырға тура килде.

Уның беҙҙә күренеүе була,

студенттар уратып та ала торғайны.

Уның күҙҙәренән бөркөлгән йылы

нур, дәрт, рухи көс, әйтерһең дә,

уларға күсә ине. Студенттар, әле

генә театр бүлеген тамамлаған йәш

актер һымаҡ, төрлө масштабтағы

һәм характерҙағы иҫтә ҡалырлыҡ

образдар тыуҙырҙы. Ошо оҫталыҡҡа

Азамат Самат улы өйрәтә торғайны.

Ул буласаҡ уҡытыусыларҙы һүҙ

сәнғәтенә, оҫталығына, маһирлығына һөйөү тәрбиәләүсе педагог

та ине! Оҙаҡ йылдар драма

түңәрәген, студенттарҙың эстрада

миниатюралары театрын етәкләне.

Ул тәҡдим иткән сценарийҙар,

постановкалар «Студент яҙы»нда ҙур

баһаға лайыҡ булды.

Азамат Хәлилов Бөрйән тәбиғәтенән бирелгән көслө

темпераменты, шаянлығы, юморҙы

нескә аңлауы, эшлеклелеге,

ролде дөрөҫ тойомлап, ихлас

бирә белеүе менән үҙенә йәлеп

итте. Шул сифаттарҙы студенттар

араһына индерҙе һәм, иң мөһиме,

үҙ тамашасаһын, донъяла үҙ урынын

табырға ла өйрәтте.

Бына ниндәй тәрән һәм яҡты

эҙ ҡалдырҙы актер. Ул оҫталыҡҡа

ла өйрәтте, кешеләрҙә изгелек

орлоҡтары ла сәсте. Тик шуныһы ғына

үкенесле: “ине” тип һөйләргә генә

ҡалды инде... Оло йөрәкле кеше инең

һин, Азамат ағай!

Гөлназ ВӘЛИЕВА,

БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм

журналистика факультетының тәрбиәүи

эштәр буйынса декан урынбаҫары.

Редакциянан:

Әйткәндәй, 10 апрель киске сәғәт

7-лә Азамат Хәлиловтың хәтер кисәһе

үтә. Теләгән һәр кем, ошо сараға

килеп, актер хаҡындағы хәтирәләре

менән бүлешә ала
Читайте нас: