Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Апрель 2019, 12:58

Ил ағаһы китте арабыҙҙан

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев вафат булды... Шағир йөрәге 23 апрелдә 81-се йәшендә тибеүҙән туҡтаны.

Күренекле башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлим Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Почет, Дуҫлыҡ, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Башҡор-тостан Гимны авторҙарының береһе. Бына шундай шәхес арабыҙҙан китте...
Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый. Ул университетта уҡыған йылдарында уҡ яҙыша башлай.
Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул – хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Фән өлкәһендә уңышлы шөғөлләнеү менән бергә, әҙәбиәттә лә ҙур ҡаҙаныштарға иреште, үҙенең булмышы менән башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәрҙе. Уның һәр шиғыры, һәр поэмаһы халҡыбыҙға оран булып яңғырай. «Халҡыма хат», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Баҙар балтаһы», “Хазина” һ.б. поэмалары һәм шиғырҙары менән ул үҙенә тере һәйкәл ҡойҙо. Бына, мәҫәлән, “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк:
... Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә;
Халҡыма мин ошо хатты яҙам.
Оран һалам башҡорт иленә.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар;
Быуындарға ялғап быуындарҙы
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Туғанынан яҙған – ярты йәтим,
Туған теленән яҙған – мең йәтим,
Телде тоҙаҡлаған ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Шағирҙың “Ностальгия” поэма-һында шундай юлдар бар:
... Илемдә илемде һағынам.
Шишмәһенән йотом һыу эсергә
Сарсап иренем көйә.
Ностальгия –
Быуындан-быуынға һуҙылған
Йөрәктең был бөтмәҫ һыҙлауы.
Ностальгия – илде һағыныу.
Кендегеңде киҫкән, сабый тешең
төшкән,
Аҡыл тешең үҫкән илеңде һағыныу.
Ностальгия – һағыныуҙың бөйөгө.
Тыуған тупрағыңа табан тейгәс кенә,
Башың эйгәс кенә,
Ҡубып төшә йөрәгеңдән
Һағыныу көйөгө...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай:
– Рауил Бикбаевтың арабыҙҙан китеүе башҡорт донъяһы өсөн оло юғалтыу, – тине. Ысынлап та, Рауил Төхфәт улы ысын мәғәнәһендә Ил ағаһы булды. Ҡоролтай депутаты булғанда ла һәр сығышын шиғыр юлдары менән ослап ҡуя торғайны ул. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла нескә күңелле, тәрән аҡыллы һәм бөйөк булып ҡала белде. Уның бөйөклөгө шиғырҙарында, үҙен тотошонда, фиғелендә асыҡ күренеп торҙо.
Шағирҙың үлеме – халҡыбыҙ өсөн дә, Башҡортостандың профессиональ сәнғәте, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте өсөн дә ауыр юғалтыу. Уның менән бер дәүерҙә йәшәгән кешеләр өсөн бигерәк тә ауыр. Йөрәктең бер өлөшө кителеп төшкән һымаҡ... Әҙәбиәтебеҙ, рухиәтебеҙ йәтимһерәп ҡалғандай... Ундай шәхестәр йөҙ йылға бер тыуа тиҙәр.
Нишләйһең инде, шулай килгән донъя. Бер кемдең дә әжәлдән ҡотолоп ҡалғаны юҡ әлегә. Нисек кенә булмаһын, Ил ағаһының ил түрендә әйткән һүҙҙәре, яҡты рухы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр. Йәнең йәннәттә булһын, Ил ағаһы! Бәхил бул, Рауил ағай! Яҡындарына, халҡыбыҙға сабырлыҡ бир, Хоҙай!
Роза ҠОБАҒОШОВА
әҙерләне.
Читайте нас: