Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Май 2019, 19:30

Муса Йәлилдең дәфтәрҙәре йәшәй әле...

Бөйөк Совет иленең 26 миллиондан артыҡ халҡының ғүмерен өҙгән ҡәһәрле һуғыш алыҫта ҡалған һымаҡ. Ваҡыт үтеү менән ер яралары уңалған, яу яландарында яңы ағастар үҫкән. Һуғыш тураһында ишетеп кенә белгән быуын кешеләре үҫеп етте. Исемһеҙ һуғыш ҡорбандарын һәм шул йылдар батырҙарын хәтерләтеп, бары тик һәйкәлдәр генә тын тора. Шулай уҡ китаптар һәм фильмдар геройҙары тарихи үткәндәребеҙҙе һаҡлап килә. Шундай сараларҙың береһе Стәрлетамаҡ нефть техник университетында үтте.

Хәтер кисәһе – шағирә Земфира Муллағәлиеваның “Яңынан ҡайтыу өсөн баштарын һалдылар” проекты – фашист ҡоллоғонда яҙылған шиғырҙар циклы “Моабит дәфтәрҙәре” буйынса танылған татар шағиры Муса Йәлилдең батырлығына 75 йыл тулыуға бағышланған марафон сиктәрендә ойошторолғайны.
...Совет Армияһы маршы аҫтында сәхнәгә етди парад формаһында малайҙар – кадеттар күтәрелә, улар ҙа йәлилселәр һымаҡ. Экранда татар шағиры һәм Тыуған иленең ысын патриоты Муса Йәлил образы пәйҙә була. Сара фашизм – изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышаныс менән үҙ-ара һыйыша алмаған фекерләү образы тигән һүҙҙәрҙән башланып китте, шағирҙың шиғырҙары бөгөн дә төрлө кимәл милләтселәрҙең аңдарын томалап торған фашизмға ҡаршы байраҡ булып ҡала бирә...
Муса Йәлил Ырымбур губернаһының Мостафа ауылында тыуа, һуғыш баш-ланыу менән үҙе теләп һуғышҡа китә. Алыштарҙың береһендә хәрби хәбәрсе фашистарға әсирлеккә эләгә. Ул саҡта гитлерсылар татар, башҡорт һәм Иҙел буйының аҙ һанлы халыҡтары вәкилдәре булған хәрби әсирҙәрҙән “Иҙел-Урал” милли легион формалаштыра. Әсирҙәрҙе дошман яғына күсергә өгөтләгән комитет составына белемлерәк кешеләрҙе алалар, улар араһында Муса Ғүмәров та була (үҙен ул шулай таныта). Күҙ буяу өсөн фашистарға эшләргә ризалыҡ биргән булып, Муса үҙенең иптәштәре менән гитлерсыларға ҡаршы агитация эше алып бара. Шағир листовкалар сығара, фашистарға ҡаршы һуғышырға өндәгән шиғырҙарын тарата. Подпольелағыларҙың шундай йүнәлештә әүҙем эш алып барыуы арҡаһында фашистарҙың Көнбайыш фронтта легионды файҙаланыу идеяһы селпәрәмә килә.
«Провокатор» ҡушаматы менән Йәлил һәм уның көрәштәштәре фаш ителә. Муса “Моабит” төрмәһенә ябыла. Үлем язаһына хөкөм ителеп, яңғыҙ камерала ултырған килеш, ул илһамланып шиғырҙар яҙа. Был турала Ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Светлана Баранова тетрәндергес итеп һөйләне.
Муса Йәлил үҙенән һуң бер нисә дәфтәр ҡалдыра. Һәр хәлдә, уларҙың өсәү булыуы мәғлүм. Улар латин, ғәрәп, рус хәрефтәре менән яҙылған була. Беренсе моабит яҙыуҙары китабында – 60, икенсеһендә 50 шиғыр була. Өсөнсө ҡулъяҙмаһы юҡҡа сыға. Был турала үҙенең сығышында журналист Фаяз Йомағужин һөйләп китте. 10 йыл элек ул журналист тикшереүе үткәрә һәм өсөнсө дәфтәре булыуын иҫбатлай. Шағирҙың әҙәбиәттең алтын фондына ингән шиғри юлдары залда ултырған һәр кешенең күңеленә үтеп инеп, уның иң нескә ҡылдарын тирбәлткәндер. Был көндө уларҙы өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа уҡып ишеттерҙе. “Стәрле” әҙәби ижад үҙәге шағирҙары башҡарыуында “Сәскә ҡәбере” дүрт телдә (башҡорт, татар, рус, сыуаш) яңғыраны. Был алыҫтан юллама кеүек тойолдо:
Һулыған гөл кеүек, мин дә ҡышты көтәм,
Йоҡлар өсөн ябынып юрғанын;
Күңелегеҙҙә көлөп сәскә атыр
Минең һуңғы йөрәк йырҙарым.
Сығыш яһаусылар, ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, дошманын әхләҡи еңгән, үлем алдында ҡурҡып ҡалмаған кешенең уй-фекерҙәрен тыңлаусыларға еткерергә тырышты. Шуныһы ҡыуаныс: залда оло тормош юлына яңы аяҡ баҫҡан йәштәр күп ине.
1944 йылдың авгусында Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре, һуңыраҡ уларҙы “йәлилселәр” тип атайҙар, гильотинда хөкөм ителә. Әммә улар беҙҙең хәтерҙә әле лә йәшәй. Бына ул 11 үлемһеҙ батырҙың исемдәре: Муса Йәлил, Ғайнан Ҡурмашев, Абдулла Алиш, Фуат Сәйфелмөлөков, Фуат Булатов, Ғариф Шабаев, Әхмәт Симаев, Абдулла Батталов, Зиннәт Хәсәнов, Әхәт Әтнәшев, Сәлим Бохаров. Уларҙың өсәүһе – Булатов, Шабаев һәм Бохаров – Стәрлетамак өйәҙенән. Улар үлгәндән һуң мифтарҙа ғына түгел, ә киләсәк быуындар хәтерендә йәшәү өсөн ғүмерҙәрен биргән. Муса Йәлил үҙе был турала: “Йәшәүҙең мәғәнәһе шунда, кеше вафатынан һуң да тере ҡалырға тейеш”, – тип яҙған.
Хәҙерге ваҡытта халҡыбыҙҙың батыр үткәндәренә битарафлыҡ күп булыуы тураһында ла фекер яңғыраны кисәлә.
– Күптәребеҙ ватансылыҡтың ни-мә булыуын онотоп бара. Шуға күрә бындай сараларҙа беҙ йәштәрҙә йәмғиәт һәм дәүләт алдында яуаплылык формалаштырыу маҡсаты ҡуябыҙ, – тине Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең үлеменә 75 йыл тулыуҙы үткәреү буйынса координация советы ағзаһы Е.В.Паньшин. – Инициатив төркөмгә йәмәғәт тормошо менән йәшәргә ваҡыттарын йәлләмәгән, уртаҡ эш өсөн йәнен бирергә әҙер, битараф булмаған кешеләр ҡарай.
Бындай кешеләр араһында сарала ҡатнашҡандар ҙа бар – Афғанстан ветерандары, Ольга Евстафьева етәк-селегендә “Сте-Лит” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарының Стәрлетамак филиалдары студенттары, йәмә-ғәтселек вәкилдәре. Шулай уҡ концертта ҡатнашыусылар – мәҙәниәт колледжының “Яңғыраусы шатлыҡ” халыҡ вокаль ансамбле, “Торатау” балалар хореография коллективтары, ҡурайсы Миңнеғәли Хәсәнов, композитор һәм йырсы Денис Баһауов, Рүзилә Янышева һәм башҡалар.
“Стәрле” әҙәби ижад үҙәгенең ижади проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн күп көс һалған етәксеһе Земфира Муллағәлиева үҙе изге йолаларҙы тергеҙеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Әйтергә кәрәк, Муса Йәлил иҫтәлегенә марафон уның башланғысы буйынса үткән йыл ҡала үҙәк китапханаһында башланғайны.
Кисәне ойоштороусыларға рәхмәт һүҙе менән “Сәхипъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйе-се Флүсә Назарғолова, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Миңнеәхмәтова, БР татарҙары конгресы ағзаһы, әүҙем йәмәғәтсе Зәлиә Ахунова, композитор-шағир – рәссам Флүрә Шәрипова һәм Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Миәкә райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Кисә һуңында сәхнәгә яңынан кадеттар күтәрелә. Был – киләсәк быуын, уларға хәтер һәм тыныслыҡ – һуғыш бер ҡасан да яңынан ҡабатланмаһын өсөн, уның батырҙарын һәм ҡорбандарын хәтерҙә һаҡлау эстафетаһы тапшырыла.
Ф. ШАҺБАЛОВА.
Читайте нас: