Ҡәрҙәштәрем менән үҙ заттарым
Ҙур Ватанын яҡлап яу сапҡан,
Еңеүселәр даны менән ҡайтҡан
Илбаҫарҙар яҡҡан усаҡтан.
Ҙур Ватандың көсөн күрмәҫ дошман
Күтәргәндә ҡабат ҡоралын.
Башҡорттарым Рәсәй ерен һаҡлай,
Һаҡлағандай үҙенең Уралын...
Күп һыҙаттар кәрәк, аңлайым.
Унда ҡәрҙәштәрҙең батырлығын,
Шағирҙарын килә данлайһым...
Бер рәсемгә яҙам башҡорт атын,
Үлем менән йәшәү көрәшендә
Кинйә тоҡомдарын һаҡлаған...
Алыҫ ҡырҡ өс. Башҡорт атлылары
Айҡап ҡайтҡас дошман тылдарын,
Шайморатов генералды маҡтап
Йырлай улар аҫыл йырҙарын...
Генералым балҡып күккә ашҡас,
Башҡорттарым аҙап ҡалмаған.
Дошмандарға иман уҡытырға
Күсимовтың беләге талмаған...
Шәкирйәнем менән Миңлеғәли
Оло данға берҙәй атлаған,
Йән аямай дошман дзоттарын
Күкрәктәре менән ҡаплаған...
Панорама яҙам, Аллам ҡушты,
Висла, Одер йылғаларын кисеп,
Европаға азатлыҡ илтеүсе,
Берлинғаса барып етеүсе!...
Еңеүселәр алып ҡайтҡан Еңеү –
Тарих йәшәй йырҙа-моңдарҙа,
Башҡорт атлылары ат эсергәс
Күктән ҡыуған дошман ҡоҙғондарын
Муса Гәрәевым “ИЛ”- ында.
Ул балҡытҡан алтын йондоҙҙарын
Йылы майҙа, Еңеү йылында...
Шул ҡырҡ биштә совет һалдаттары
Дошмандарға «елле» тондорған,
Ҡан-ҡәрҙәштәр – ғәййәр һуғышсылар
Фашизмдың билен һындырған...
Заһитовым дошман рейхстагына
Еңеү байрағын тәү мендергән,
Шул әләмде унда илткән юлда
Һалдат мәйеттәрен күп күргән...
Әсәйҙәргә – фронт тылда булған,
Бил яҙҙырмай иген иккәндәр,
Һәр бөртөгөн һаҡлап саф алтындай
Еңеү ҡаҙнаһына илткәндәр.
Уның һәр бөртөгө дошмандарға
Панорама яҙам, иҫкә алам,
Ҡорбан булған аҫыл ирҙәрҙе,
Ал ҡандарын түгеп, һуғарыусы
Балтик буйын, алыҫ ерҙәрҙе...
Еңеүселәр данын еткерһен,
Рухташыма аманатым барһа,
Тыныслыҡты байраҡ итер тим...
Рухташтар булһа ҡәрҙәштәрем
Дошмандарҙан халҡым иҙелмәҫ.
Башҡорт иле – Рәсәйҙең биле,
Биле ныҡ булғанға еңелмәҫ!