Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2019, 14:29

Уҡыу эләкмәгән бабайға, уҡыған булһа, самолет яһар ине!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны олатайым Ғүмәр Ғәйнулла улы ИЛЬЯСОВтың үткән ғүмере бик тә хәтирәләргә бай, әле булһа һағынып иҫкә алырлыҡ.

Ул бик аҡыллы, оҫта ҡуллы кеше була. Бала сағынан уҡ физик эш эшләп, бик тырыш булып үҫә. 1903 йылда ишле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа олатайым. Арыу ғына донъя көткән хәлле ғаиләләр иҫәбендә була уның ата-әсәһе. Революциянан һуң колхоздар төҙөлә башлағас, бай, хәлле ғаиләләрҙе кулак тип, Себергә ҡыуа башлайҙар. Был ваҡытта бай ғына түгел, ҡайһы ваҡыт урта хәлле крәҫтиәндәрҙе кулак тип һөргөнгә һөрәләр. Олатайымдың атаһын да кулак мөһөрө тағып, Себергә ебәрәләр. Был ваҡытта олатайым аталарынан айырылып, ҡатын алып, бер иҫке өйҙә йәшәй башлаған була. Ул колхозға кергәс, төрлө эштәр башҡара. Ат арбалары яһай, уларға тәгәрмәстәр эшләй. Колхоздың һабан, тырма, сәсеү агрегаттарын ремонтлай. Йорт һалғанда ишек яңаҡтарын һуғыу, тәҙрә рамдарын эшләү өсөн һәр ваҡыт уны саҡыралар.
Һуғыш сығыр алдынан ул Петровский ауылында (Ишембай районы) йәшәүсе атаһының танышы Ильяс ҡарт менән Егән йылғаһы һыуын быуып, һыу тирмәне эшләй башлай. Ләкин эшләп бөтә алмайҙар. 1941 йылдың июнендә үк олатайымды һуғышҡа алып китәләр. Ул киткәндә өйөндә ҡатыны менән биш балаһы тороп ҡала. Иң олоһона 10 йәш, иң кесеһе тыуып ҡына ҡала.
Һуғышта пехота һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Снайпер олатай ҙа, тимәк, иң алда! Еңеүҙе Германияла ҡаршылай ул. Ләкин һуғыш бөтөргә бер нисә көн ҡалғас, ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Снаряд ярсығы эләгеп, уң ҡулының ике бармағы өҙөлә, ҡулбашы яралана. Бер нисә ай госпиталдә дауаланғас, терелеп, тыуған яҡтарына 1945 йылдың сентябрь айында ғына ҡайтып төшә.
Ҡайтыу менән ул колхозда ең һыҙғанып эшкә тотона. Яңынан һыу тирмәнен эшләй башлай. Тырыша торғас, шул тирмәнде эшләп бөтөрә һәм ауыл халҡын таң ҡалдырып колхозда тирмән эшләй башлай. Яйлап ошо тирмәнде уратып бура ла эшләп ҡуя.
Тирмән ауылдан (Ишембай районының Ғүмәр ауылынан) 3 саҡырым алыҫлыҡта урман эсендә ултыра. Уның эргәһенә бер бәләкәйерәк йорт һалып ғаиләһен дә үҙ янына күсереп ала. Тирмәнгә он тарттырырға бөтә тирә-яҡ ауылдарҙан: Маҡар, Зигановка, Подгорный, Васильевка, Алмалы, Көҙән, Иҫкесәк, Әрмет-Рәхим ауылдарынан киләләр. Ғүмәр олатайым көндөҙ ҙә, төндә лә иген тарттыра. Бары тик төн уртаһынан таңға тиклем генә бер аҙ серем итеп ала ла тағы эшкә керешә.
Тирмәндең барлыҡ деталдәре лә ағастан эшләнгән. Шуға күрә уларҙы һәр ваҡыт рәтләп, яңыртып торорға кәрәк була. Һыу тирмәне 1962 йылға тиклем эшләй. 1962 йылда олатайым ауылға күсеп ҡайта. Колхоз етәкселәренә үҙенең ауылда электр двигателендә эшләүсе тирмән төҙөргә теләген белдерә. Колхоз етәкселәре уны хуплап ҡаршы ала һәм кәрәкле нәмәләрҙе алып бирәләр. Ул тағы ла тырышып бер ай эсендә тирмәнде эшкә егә. Ул ғына ла түгел, эргәһендә таҡта ярыу өсөн ҡорамал алып, тирмән он тарттырмаған саҡта колхозға ла, колхозсыларға ла таҡта ярып бирә. Олатайымды «Победитель соц.соревнования» значогы, «Ветеран труда», «За доблестный труд» миҙалдары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләйҙәр. Ул 72 йәшкә тиклем ошо эшендә эшләне.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, «ЗиЛ» моторынан дүрт тәгәрмәсле машина яһауы әле булһа ла хәтерҙә. Шул машинала әбейен ултыртып башҡа ауылда йәшәгән балаларына ҡунаҡҡа йөрөй торғайны.
Йәшерәк сағында бары тик ағастан велосипед яһап, шунда йөрөп тә кешеләрҙе аптыратҡан ул. Ғөмүмән, ауылда балта оҫтаһы булып та танылған ине. Ғүмәр ауылында ул өй баштарын ябып, ишек алдары эшләп йөрөнө. Уның тәҙрәләр ҡуйып, ишек, тәҙрә яңаҡтары һуҡмаған йорттар бик һирәктер.
Олатай 1993 йылда 90 йәшендә вафат булды. Уны ауылдаштары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре хөрмәтләп иҫкә алалар. Тирә-яҡ ауылдарҙа ла уны белгән кешеләр бик күп. Үҙенең тырыш хеҙмәте, кешеләргә һәр саҡ ярҙам итеүе, ысын кеше булыуы менән дан ҡаҙанды олатай!
Уның тәүге ҡатыны вафат булғас, ул атайымдың әсәһенә, Әсмә өләсәйемә өйләнә. Улар бөтә балаларына ла үрнәк булып матур донъя көттөләр. Баҡса үҫтерҙеләр, умарта тоттолар. Мин үҙемде белә-белгәндән олатайым мине 25 саҡырым алыҫлыҡтағы Йәнырыҫ ауылынан көтөү киткәнсегә тиклем килеп ала торғайны, сөнки инде оло йәштә булыу сәбәпле, водитель таныҡлығы юҡ ине.
Әйткәндәй, өләсәйемдең бөтә эштәрен еңеләйтеп, коридорға электр менән эшләй торған һыу ҡоҙоғо яһаһынмы (уныһынан күршеләр ҙә файҙаландылар), ҡаҙан эргәһенә һыу ҡоя торған кран эшләп ҡуйһынмы, быға өләсәй ҡыуанып бөтә алмай ине: «Уҡыу эләкмәгән бабайға, уҡыған булһа, самолет яһар ине, конструктор булыр ине», – тигәне һаман да хәтерҙә. Өләсәйем олатайҙан күпкә йәшерәк ине, ләкин сағыштырмаса иртәрәк, 82 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Мин уларҙы һәр саҡ ҙур юҡһыныу менән, һағынып иҫкә алам. Йәндәре ожмахта булһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: