Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Май 2019, 11:39

БӨЙӨК ТӘ УЛ, ТАЛАНТЛЫ ЛА

Күптән түгел Ҡала мәҙәниәт һарайында күренекле башҡорт яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Бөйөк һәм талантлы» тип аталған хәтер кисәһе уҙҙы. Сара шуныһы менән дә әһәмиәтле ине: унда шәхестең ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова һәм яҙыусы менән тере сағында аралашырға насип булған башҡа билдәле кешеләр ҡатнашты.

Сараның «Йөрәктау» халыҡ фольклор ансамбле башҡарыуында «Ай, уралым» вокаль-хореографик композицияһы менән башланып китеүе осраҡлы түгел, яҙыусы үҙенең тыуған ерен, халҡын, уның тарихын яратты. Был уның әҫәрҙәрендә айырыуса сағыла. Киң билдәле “Кинйә” романын уҡып, мәҫәлән, башҡорттоң ҡанлы ла, данлы ла үткәне күҙ алдына баҫа. Ә әҙиптең үҙенең тормош юлын беҙгә алып барыусылар Светлана Баранова менән Урал Таһиров баҫтырҙы. Шәхестең Стәрлетамаҡ, ғөмүмән, республика, башҡорт әҙәбиәте өсөн мөһимлеген үҙенең сығышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Йыһаншина билдәләп үтте.
Билдәле булыуынса, Ғәли Ибраһимовтың ғаиләһе ҡаланың Стәрле йылғаһы буйындағы «Яңы ауыл» тип йөрөтөлгән өлөшөндә йәшәй. Әйткәндәй, бөгөн был урам Мәжит Ғафури исемен йөрөтә. Тап ошонда Ғәлиҙең бала сағы үтә лә инде, тик, утыҙынсы йылдар башында нефть яҡтылыҡтары асылғас, ул ата-әсәһе менән Ишембай ҡалаһына күсенә, бында урта мәктәпте тамамлай. Тәүге шиғырҙары ла ошонда 1934 йылда «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә баҫыла.
Ғәли Ғизетдин улы 1937-1939 йылдарҙа Өфө педагогия рабфагында уҡый. Баш ҡала әҙәби мөхитенең уртаһында ҡайнау йәш авторҙың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Унан әрме хеҙмәте, унан Бөйөк Ватан һуғышы... Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Ғәли Ибраһимов Ишембайға ҡайтып, тәүҙә нефть техникумында инглиз теленән белем бирә, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Шул уҡ йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Һуңғараҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый.
Тап шунда уҡыған ваҡытта яҙыусы Пугачев ихтилалдары менән ҡыҙыҡһына башлай ҙа инде. Архив материалдарын ентекле өйрәнеү башҡорт ғәскәренең етәксеһе Кинйә абыҙ шәхесен асыҡларға булышлыҡ итә. «Кинйә» романында автор уҡыусыға тарихи ысынбарлыҡты ғына еткереп ҡалмай, ә халыҡ тормошон да тулы сағылышында һүрәтләй. Был әҫәр уны һәләтле яҙыусы-прозаик ҡына түгел, ә халыҡ тарихына битараф булмаған ғалим булараҡ та танытты. Һөҙөмтәлә 1983 йылда яҙыусыға «Кинйә» романының беренсе китабы өсөн юғары награда – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Шул уҡ ваҡытта башта романды оҙаҡ баҫмай йөрөтөүҙәре лә мәғлүм. Бары тик Мостай Кәримдең ярҙамы менән генә нәшер ителә әҫәр.
Белеүегеҙсә, Стәрлетамаҡта мәҙәни һәм әҙәби мөхиттә ҡаҙаныштар өсөн Ғәли Ибраһимов исемендәге премия булдырылған. Ошо башланғыстың башында торған прозаик Флүр Ғәлимов та хәтер кисәһенән ситтә ҡалманы, әлбиттә. Ул, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың сәләмдәрен еткергәндән һуң, премияны булдырыу тарихын һөйләп үтте. Яҙыусының ҡыҙы Һөйөклө апай иһә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең атаһына бағышлаған «Һиндә ут бар» тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе, атаһын шулай ҙурлауҙары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт әйтте. Шулай уҡ Өфөнән килгән профессор Мираҫ Иҙел-баевтың, Көйөргәҙе районынан «Кинйә Арыҫланов» музейының генераль директоры Фәнис Рахманғоловтың сығыштары, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әхсән Хәлиловтың, ғалим Салауат Тайма-ҫовтың хәтирәләре лә бик фәһемле булды. Әхсән Хәлилов Ғәли ағайҙың ауылдарына килеп, Кинйә Арыҫланов эҙҙәре буйлап йөрөүен, тау башында аҡһаҡалдар менән осрашыуын хә-тергә төшөрһә, Салауат Таймаҫов үҙенең хәтирәләрен уҡып ишеттерҙе, уның арабыҙҙан иртә китеүенә үкенес белдерҙе. Шағирә Эльмира Сәсәнбаеваның да яҙыусыға арнаған шиғыры бик урынлы булды.
Артабан тамашасылар Ғәли Ибраһимов премияһына төрлө йылдарҙа лайыҡ булған шәхестәр менән танышты. Улар араһында Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова ла бар ине. Ул «Яҡташыбыҙ Ғәли Ибраһимов» видео конкурсында еңеүселәрҙе ҡотланы һәм сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да яҙыусының китаптарын уҡырға саҡырҙы. Ә Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының студенты Алһыу Саҙретдинова яҙыусының «Умырзая» романынан өҙөк уҡып ишеттергән мәлдә һәр кем Ғәли Ибраһимовтың ижадына йәнә бер тапҡыр таң ҡалғандыр. Таң ҡалмаҫлыҡ та түгел шул, ғорурланмаҫлыҡ та түгел! Яҡташыбыҙ, башҡорт тарихына йәнә бөтөнләй башҡа күҙлектән бағырға мөмкинлек биргән яҙыусы хәтерҙә лә мәңге йәшәргә тейеш!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: