Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Июнь 2019, 13:47

Барыһы ла фронт өсөн...

...Килендәр түңәрәк яһап ултырғандар ҙа картуф таҙарталар. Эргәләрендә улдары йүгереп йөрөй. Мейестә усаҡ дөрләй. Ҡәҙимге ауыл тормошо һымаҡ, әммә ошо кисте бер шом биләп алған. Ул – һуғыш шомо, һуғыш ҡурҡынысы. Ҡаланың 62-се балалар баҡсаһында “Картуф киптереү” йолаһын ҡарағанда ирекһеҙҙән күҙ алдына фронтҡа китеп ҡайтмаған атай-олатайҙарҙың һыны килеп баҫа, әсәй-өләсәйҙәрҙең фронт өсөн тир һәм йәш түгеп, икмәк, ҡорал, кәрәк-яраҡ тапҡаны тураһында уйландыра.

Миллиондарса ҡорбан алған һәм дүрт йылға һуҙылған һуғыш Рәсәйҙең һәр ғаиләһенә ҡағылды. Әммә йылдар үтә килә ул ваҡиғаларҙың ҡатнашыусылары, шаһиттары һирәгәйә бара арабыҙҙа. Ә тылда күпме тир һәм көс түгелде? Балаларҙа үткәндәргә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт тойғоһон тәрбиәләү буйынса әлеге сара – үҙенсәлекле.
Балаларҙың иғтибарын магазин кәштә-ләрендәге “чипсылар” тултырылған ялтырауыҡ ҡаптар йәлеп итмәй ҡалмай. Ә күптәр ул “чипсылар” элек тә булғаны тураһында белмәйҙер ҙә әле. Фронтҡа картуфты нәҡ шулай киптереп, һыуҙа бешереп, мейестә ҡыҙҙырып ебәргәндәр. Көнө-төнө дошман менән алышҡан атайҙар, ағайҙар, улдар өсөн нисек ҡәҙерле ул – тыуған ерҙең бәрәңгеһе!
“Тә-ә-ә-әәк, Хоҙайбирҙина Фатима! 200 литр һөт, 200 йомортҡа, 40 килограмм ит...” – тип килеп инә уполномоченный. Эйе, тегендә лә ауыр, бында ла еңел түгел, әммә сабырлығы, берҙәмлеге, рухи көсө менән яуызлыҡты еңеп сыға ла инде халыҡ! Йола барышында килендәрҙең:
“Хаттар, хаттар ярты күрешеү,
Килеп торһон улар.
Хаттар бит ул – йөрәк тарихы”, – тип йырлау-ҙары, малай-ҡыҙҙарҙың: “Шул юлдарҙан атай яуға китте, шул юлдарҙан кире ҡайтманы”, – тип шиғыр һөйләүҙәре аша беҙ ҡасандыр тол ҡатындарҙың өҫтәренә ишелеп килгән ауырлыҡты йырып сыға алыуҙары, ул саҡтағы балаларҙың ауыр эш аша сынығыуҙарына инандыҡ. Тәрбиәселәрҙең дә, балаларҙың да ихлас уйнауҙары, сәхнәгә сығарыуҙары аша тетрәндергес тарих сағылды. Был йәһәттән һәр кемдең исемен тәфсирләп тормай, һәммәһенә “афарин!” тиергә генә ҡала.
...Йөкләмә әҙер. Тик... баҡтиһәң, алып барып тапшырыр кеше табып булмай, ауылда, малайҙарҙы иҫәпкә алмағанда, Байрамғол ҡарттан башҡа ир-ат юҡ икән – бына йәнә ҡайҙа барып төртөлә драматик хәлдәр! Ысынлап та, күпме ҡайтмаған ирҙәр, күпме тыумай ҡалған балалар, ҡушылмаған йөрәктәр, ашмаған хыялдар ҡалған. Ялтырауыҡлы төргәктәге “чипсыларҙы” ҡырт-ҡырт кимергәндә ана шул кипкән бәрәңгеләр ҙә онотолмаһын ине...
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас: