Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Июнь 2019, 14:30

Ғафури районында Әхмәтзәки Вәлиди һәм Хәбибназар Һатлыҡов иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Билдәле остаздың танылған шәкерте. Ғафури районының Үтәк ауылында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған һәм уның мөғәллиме Хәбибназар Һатлыҡов иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Тантаналы сараға хәбәрсебеҙ Әлфинә Килдейәрова шаһит булды.

Һәйкәлдең Ғафури районы Үтәк ауылында асылыуы осраҡлы түгел. 12 йәшлек Әзмәтзәки Вәлиди был төбәктә урынлашҡан мәҙрәсәлә белем ала. Хәбибназар Һатлыҡов уның остазы була. Хәҙрәт бер туғанының улына асторономия, математика фәндәрен өйрәтә, ғәрәп теленән һөйләү оҫталығына төшөндөрә. Ошо сараға бағышлап күренекле туғандары тураһында Нурия Килмөхәмәтова "Минең ҡәҙерлеләрем" исемле китабын баҫтырған.
Һәйкәл Башҡортостандың 100 йыллығы һәм 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап асылды.Тантанала республикала танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ошо шәхестәрҙең яҡындары йыйылды.
Билдәле яҡташтары өсөн һәйкәл асыу Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимовтың башланғысы. Был тәҡдимде район хакимиәте, ауыл халҡы дәррәү күтәреп ала. Иҫтәлекле һын өсөн материал Красноусол карьерынан алынған ҡатламлы таш ҡулланыла. Ике һынды гранит таш тоташтыра.
Тап ошо һыҙма буйынса таҡтаташ эшләнә. Ҡурай образы башҡорт халҡының сәскә атыу һәм остаздарҙың хыялдары тормошҡа ашыуын белдереүсе символ булып тора.
Сара сиктәрендә ғафуриҙар Хәбибназар Үтәкинең ҡәбере алдында доға ҡылды. Таҡтаташ асыу тантананан һуң ауыл халҡы "Үтәки уҡыуҙары"на йыйылды. Мәҙәниәт йортонда ғалимдар, тарих уҡытыусылары, йәмәғәтселек вәкилдәре сығыш яһаны. Мәктәп музейы менән танышты. Киләһе йылға уҡыусылар өсөн Ғафури районының билдәле урындарына экскурсия ойоштороу маҡсат итеп ҡуйылды.
Автор: Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: