«Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Донбаста батырҙарса һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ. 1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын оҙатыу тантанаһы була. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында еткерә».
Совет майҙанында парк булдырыла. «Был бөтә халыҡ урыны булырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына дивизия командиры һәйкәле өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итеү тәҡдимен индерҙе.
Алдан хәбәр ителгәнсә, республика етәксеһе ҡул ҡуйған указға ярашлы, Быйыл Башҡортостанда дипломат, разведчик һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙғарыла.