Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Ноябрь 2019, 15:00

“ТАУҒА МЕНҺӘМ – ЙЫҺАН ЯҠЫН, ЕРГӘ ТӨШҺӘМ – ИЛ ЯҠЫН...”

Шулай тип яҙғайны Вил Ғүмәров үҙенең бер шиғырында, үҙе лә был һүҙҙәренә тоғро ҡалды – һәр саҡ иле, халҡы өсөн янып йәшәне. “Ашҡаҙар” гәзитенең 30 йыллығын билдәләнгәндә ошо баҫманы донъяға сығарыуҙың башында торған үткер ҡәләм оҫтаһы, ялҡынлы публицист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғүмәров шәхесенә айырым туҡталып китеү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Быйыл Вил Бәшир улының тыуыуына 70 йыл – был иһә үҙе айырым ҙур бер сәбәп. Ә был тупланманы уның хәтер кисәһе айҡанлы әҙерләнек. Вил Ғүмәровтың шиғырҙары, мәҡәләләре менән генә сикләнмәй, уның хаҡында хәтирәләрҙән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Халыҡ онотмаҫ
Эйе, шағирҙы Стәрлетамаҡ онота алмаҫ. Ҡала өсөн ул күп эшләне...
Вил Ғүмәров, күп шәхестәр кеүек, үҙе тураһында бик һөйләп тә, маҡтанып та барманы. Булғанына шөкөр итеп, алдағы өмөттәр менән йәшәне. Яҙыусыларҙың һәм йәштәрҙең ысын дуҫы, ярҙамсыһы, кәңәшсеһе булды. Әҙип һәр ваҡыт та кеше булып ҡалды. Һәм үҙенең бөйөклөгөн һаҡланы. Уға таш атыусылар ҙа аҙ булманы, ялыусылар ҙа, шикәйәтселәр ҙә шул тирәлә йөрөнө. Әммә әҙип бөтә ығы-зығынан юғары булды һәм үҙенең яҙыусы тигән исеменә тоғро ҡалды.
Вил Ғүмәров киң эрудициялы, ғилемле кеше ине. Уның матбуғат, радио аша сығыштарын халыҡ яратып ҡабул итә торғайны. Был сығыштарҙан һәр кем бер аҡыл ала, иманға ҡайта ине. Хәҙер ошо мәҙәни һәм ғилми аҡыллы әҙибебеҙ юҡ инде. Яҙыусы үҙенең һәр сығышында ла тормошобоҙҙоң етешһеҙлектәрен, халыҡтың ауыр яҙмышын сағылдырған сәбәптәрҙе үҙенсә нигеҙләп күрһәтә ине. Ул тормошҡа анализ яһап, күрәҙәлек ҡылып, киләсәкте алдан күрә белде. Ә был иһә һәр кемгә фәһемле була, етәкселәргә лә, халыҡҡа ла. Вил Ғүмәровтың да сығыштары шундай үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торор ине.
Кәбир АҠБАШЕВ, яҙыусы.
Һинең хаҡта
берәү уйлаһын...
1984 йылдың 6 майы. Сәнғәт институтының дөйөм ятағы. Беҙ – ағайым, композитор Айрат Ҡобағошов, шағир Вил Ғүмәров һәм мин ятаҡ бүлмәһендә йыр тыңлайбыҙ. Бер-бер артлы фортепьяноға ҡушылып Айрат ағай башҡарыуында уның тарафынан ижад ителгән йырҙарҙы тыңлап ултыра торғас, шағир бер аҙ көрһөнөп, ихлас, күҙен сылатыбыраҡ: “Айрат, был донъяла һинән дә моңһоу, һинән дә моңло кеше юҡтыр ул”, – тине. Шунан һүҙ башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт моңо, ғөмүмән, тарих, әҙәбиәт һәм сәнғәт тураһында барҙы. Хәҙерге заман эстрада йырҙарында мәғәнәһе һай, еңел-елпе йырҙарҙың өҫтөнлөк ала барыуы, традицияларҙың юҡҡа сығыуы, үҙешмәкәр һәм профессиональ сәнғәтте бергә бутауҙар башҡорт моңоноң һайыға барыуын күрһәтеп тороусы факторҙар икәнлеге лә әйтеп үтелде.
Бер аҙҙан Вил Ғүмәров: “Бер-береһенә мәғәнәһе менән бөтөнләй бәйләнмәгән өс һүҙ әйтегеҙ, мин шул һүҙҙәрҙе ҡулланып, ике-өс минутта өс куплетлыҡ шиғыр яҙам”, – тине. Беҙ, бер аҙ уйлағас, өс һүҙ әйттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйған блокнотымды әлегәсә таба алмайым. Ул сәғәт уҡтарын ҡарарға ҡушты. Ике минут тулыр-тулмаҫтан: “Туҡта, тыңлағыҙ, шиғыр уҡыйым”, – тип, шиғыр юлдарын теҙҙе:
Яҙ ҡояшы көлдө
Тәүге тапҡыр...
Шуның менән әҙәм бәхетле!
Тормош йәме –
Матур көндәр аша
Кеше бәхетенә ни хәтле
Ара үтер кәрәк,
Кисә-кисә,
Шашып аҡҡан ваҡыт даръяһын...
Вил Ғүмәров бик талантлы кеше ине. Мин уны сәсән шағир тип тә атар инем. Милләт, туған тел яҙмышы өсөн әрнеп, суверенитетты яҡлап, тирә-яҡ мөхит, мәҙә-ниәтебеҙҙе ҡурсалап яныуҙар уны ҡыйыу публицист итте. Ул киң мәғлүмәтле, һәр нә-мә менән үтә ҡыҙыҡһыныусан шәхес булды.
Бына әле теге шиғырҙың һуңғы куплетын иҫкә төшөрәм:
...Бар ғүмерҙең моңон
Иҫтә тотоп,
Һинең хаҡта берәү уйлаһын...
Ә беҙ уйлайбыҙмы икән?
Өлфәт ҠОБАҒОШОВ,
рәссам-скульптор.
Автографһыҙ китап…
Хоҙай шулай ҡушҡандырмы, 1994 йылдың йәйендә, ысын мәғәнәһендә оло шәхесебеҙ булырға һәләтле, тәбиғәт тарафынан бирелгән физик һәм аҡыл һаулығы менән күп эштәр башҡарған, үҙенең алдына тағы ла күп пландар ҡуйып, дәртләнеп йәшәгән, ижад иткән шағир, публицист Вил Бәшир улы Ғүмәровтың ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе, аяҙ көндө йәшен тубы бәреп йыҡҡандай, шаңҡытты ла ҡуйҙы. Шағирҙы тыуған еренә илтеп ерләшергә оҙата барыусылар, мин, яҙыусылар ойошмаһының шул мәлдәге әҙәби консультанты Флүр Ғәлимов, “Ашҡаҙар” гәзитенең яуаплы секретары Роза Сафина һәм тағы кемдер барҙыҡ. Вилдең Өфөнән барған дуҫтары, яҙыу-сылар Юрий Андрианов (мәрхүм инде) менән Әмир Әминев шағир иҫән ваҡытта үҙе күреп өлгөрмәгән, типография еҫе аңҡып торған “Ауыл көйө” исемле китабын ерләшеүселәргә таратып йөрөнөләр. Йөрәгебеҙ тулы һағыш менән шағирҙың автографһыҙ китабын алып ҡайттыҡ…
Кәрим БУЛАТ,
шағир.
Ямғырлы төн
Халҡым күңелендә – моңло йырҙар.
Минең күңелемдә – шиғырҙар.
Балҡып килгән йылдың дауамында
Төнгә ҡалған ямғыр шыбырҙай.
Халҡым, халҡым! Һүнмәҫ ялҡын
булып,
Күңелемдә ҡасан ҡабындың?
Офоҡ ярып уйнай нәжәғәйҙәр –
Ғүмер буйы утҡа табындым.
Тып-тып яуа күктән йылы ямғыр –
Һиллектә лә ауыр һағыш бар.
Йөрәк уты илде йылытырмы –
Ир һүҙе лә тигән намыҫ бар!
Уралымдың мүге
Уралымдың мүге йәшел күктер.
Төйәгемдең бәрхәт мүге күп.
Йөрәктәрҙе ыуған моңдар ташһа –
Ғәзиз еркәйеңә теҙең сүк.
Йомшаҡ мүкте йолҡоп тирең түк.
Һаҙ буйҡайҙарын баҫҡан көкөрт күрән
Усағыма өҫтәр сөрөк күп.
Ысыҡ ҡойоп, ҡуйы үлән йыҡтым
Кәбәнемде ослай зәңгәр күк.
Өй күтәрһәм – мамыҡ мүк кәрәктер,
Йыр йырлаһаң – ахаҡ көс кәрәк.
Йырҙарымда Ай янына менһәм
Аҫыл Урал һаман өҫтәрәк...
Тына елдәр
Әсәм теле – далаларҙа...
Онотола ҡалаларҙа.
Туған телдең тылсымдары
Килде микән селпәрәмә?
Кирбес-бетон араларҙа
Телһеҙ ҡалған балаларға,
Уйһыҙ ҡылған хаталарға,
Улһыҙ ҡалған аталарға
Далаларҙан елдәр иҫә...
Йылдар үтә – көлдәр иҫә...
Бетон мөхит телде киҫә.
Бишек йырын һүҙһеҙ мөңрәй
Таш ҡалала моңһоҙ әсә –
Илдә маңҡорт сабый үҫә.
Ниндәй телдә өндәшергә
Олатайға балаларға?
Ейәндәрҙе нисек итеп
Етешле лә етемлектән
Һаҡау телле хәллелектән –
Бөлгәнлектән, күнгәнлектән,
Бөлгөнлөктән ҡурсаларға?
Төрлө уйҙарҙан
Кис ҡабатлай кисте,
Ҡояш байый,
Офоҡ буялана
эңер ҡанына.
Ни бошора эсте,
Сәғәт һайын,
Яҡынлатмай төндә
зәңгәр таңына.
Мөғжизәләр төшкә
төндә керә
Туҡылдатмай аса
күңел ишеген.
Етеп ошо йәшкә,
Уйға ҡалам:
Ниңә
тирбәлтмәйем
Улым бишеген?
Вил Ғүмәров.
14 ноябрҙә А. Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәгендә Вил Ғүмәровтың хәтер кисәһе үтә. Сара 15:00 сәғәттә башлана. Унда Вил Бәшир улының ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре ҡатнаша. Сараға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: