Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Ноябрь 2019, 15:00

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

80-се йылдар аҙағы. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: магазиндарҙағы буш кәштәләр, һыу буйы теҙелеп киткән сираттар, талон системаһы... Араҡыны, колбасаны һәм тағы әллә ниндәй дефицит әйберҙәрҙе сәғәттәр буйы сират тороп ҡына алған саҡтар. Торғонлоҡ йылдарына хас был күренеш беҙҙең быуын кешеләренә яҡшы таныш. Халыҡ асыулы, ил етәкселәрен һүгә. Шул уҡ ваҡытта фатир бушлай бирелә, ә коммуналь хеҙмәттәр тиндәр менән генә иҫәпләнә. Һәр хәлдә, хәҙергеһе менән сағыштырғанда әллә нисә тапҡырға кәмерәк...

Үҙгәртеп ҡороу елдәре Стәрлетамаҡты ла урап үтмәне
80-се йылдар аҙағы. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: магазиндарҙағы буш кәштәләр, һыу буйы теҙелеп киткән сираттар, талон системаһы... Араҡыны,колбасаны һәм тағы әллә ниндәй дефицит әйберҙәрҙе сәғәттәр буйы сират тороп ҡына алған саҡтар. Торғонлоҡ йылдарына хас был күренеш беҙҙең быуын кешеләренә яҡшы таныш. Халыҡ асыулы, ил етәкселәрен һүгә. Шул уҡ ваҡытта фатир бушлай бирелә, ә коммуналь хеҙмәттәр тиндәр менән генә иҫәпләнә. Һәр хәлдә, хәҙергеһе менән сағыштырғанда әллә нисә тапҡырға кәмерәк...

...Уның ҡарауы, урамда, бигерәк тә йәмәғәтселек урындарында – йәмәғәтселек транспорттарында (троллейбуста йәки автобуста) үҙ телеңдә һөйләшеп булмай. Дөрөҫөрәге, тартындыра. Һөйләшә башлаһаң, “Не говорите на своем!” тип өнөңдө тығып ҡуйыусылар ҙа табыла...
Китапханаларға барып, туған телдә китап уҡыйым тиһәң, (башҡортса, татарса йәки сыуашса һ.б) китаптар юҡ. Дөрөҫөрәге, барлығын бар ҙа, тик уларҙы төпкә, иң артҡа йәшереп ҡуйғандар. Ныҡышып һораған осраҡта ғына бер-икәүҙе килтереп сығаралар. (Быны мин үҙем шаһит булараҡ әйтәм). Ул йылдарҙа бындай хәлдәргә бигерәк тә ҡала ерендә йыш тап булырға тура килә ине. Хәйер, бындай күңелһеҙ хәлдәргә беҙ күнегеп тә бөткәйнек инде.

...Оҙайлы торғонлоҡ йылдарынан һуң, илдә етәкселәр алышыныу менән бергә, үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Халыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ил етәкселегенә
яңы талаптар ҡуйып, һәр өлкәлә лә башланғыстар эҙләне, яңырыуҙар дауланы. Тәү сиратта рухи аҙыҡҡа һыуһаған халыҡтуған телде, йолаларҙы, милли рухты яҡлап, мөстәҡиллек даулап дәррәү күтәрелеп сыҡты. Был рухи күтәрелеш бигерәк тә тел, милләт мәсьәләләрендә асыҡ сағылды. Халыҡта милли үҙаң уяна башланы.
Ил менән идара итергә килгән яңы Хөкүмәт башлығы Борис Ельцин иһә: “Суверенитетты күпме теләйһегеҙ, әйҙә йотоғоҙ!” – тип, фатихаһын бирҙе.
Тотош илдә, республикала барған үҙгәртеп ҡороу елдәре Стәрлетамаҡты ла урап үтмәне. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҡалала башҡорт телендә бер генә милли
мәҙәниәт усағы ла, гәзит тә, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, китапхана ла юҡ...

Халыҡтың яҡты киләсәге өсөн

Ә бөгөн улар, Аллаға шөкөр, гөрләп эшләй!

Тап бына ошо бөйөк башланғыстың
башында тороусыларҙың береһе – ҡыйыу фекерле, киләсәкте тиҫтәләрсә йылдарға алдан күрә белгән тәрән аҡыл эйәһе, үткер ҡәләм оҫтаһы Вил Ғүмәров булды. Ҡалабыҙға Хоҙай тарафынан ебәрелгән ошо шәхес Стәрлетамаҡтың милли мәҙәниәте, рухиәте өсөн бөйөк эштәр башҡарҙы. Беҙҙең ҡалаға яҙ ҡояшы кеүек балҡып килеп ингән ялҡынлы шағир Рауил Ниғмәтуллин, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән айырылып торған, йөрәгендә эйәрле ат йөрөткән шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина – улар, өс таған булып, ҡалабыҙға яңы һулыш өрҙө, үҙ асылына ҡайтһын өсөн халыҡтың күҙен асты. Улар иң беренсе үҙ мәнфәғәтен түгел, ә халыҡ ихтыяжын ҡайғыртты. Халыҡтың яҡты киләсәге өсөн көрәште, рухлы быуын үҫеп сыҡһын өсөн тел дауланы. Ҡалала милли ойошмалар асып, күптәргә эш урындары булдырҙы. Ул заманда ҡаланың йәмәғәтселек эшендә ҡатнашыусылар яҡшы белә: Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы Карл Маркс урамында хәҙерге Статистика бүлеге урынлашҡан бинала үҙ эшен башлап ебәрҙе. Яҙыусылар ойошмаһы тип аталһа ла, был кескәй генә берләшмә
халыҡ өсөн ғәйәт ҙур эштәр эшләне. Бығаса булмағанды булдырыу өсөн үтә лә тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, үткерлек кәрәк ине. Ул саҡтағы яҙыусылар ойошмаһының төп маҡсаты, төп бурысы – халыҡта милли үҙаңды уятыу, үҙ телеңдән тартынмаҫҡа, үҙ халҡыңды бергәләп күтәрергә, берләшергә саҡырыу ине.
Улар, бер төптән егелеп, ҡалалағы бөтөн башҡорт йәмәғәтселеген берләштереп, педагогия институты ғалимдарын (Булат Ғафаров, Данис Тикеев, Ишбулды Вәлитов, Тутыя Бикҡужина һ.б.), тарихсыларҙы, зыялыларҙы һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йыйып, йыйылыштар ойоштороп, киләсәккә ҙур, ҡыйыу пландар ҡорҙо. Улар, үҙҙәрен аямай, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, милләт өсөн ҡалҡан булып ҡалҡып сыҡты!

Ҡала ерендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе, үҙ телебеҙҙә гәзит сығарыу, мәктәптәрҙә башҡорт кластары булдырыу, башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы асыу, башҡорт драма театры, филармония булдырыу, үҙ телебеҙҙә китап уҡыу өсөн башҡорт китапханаһы булдырыу – ул саҡта быларҙың барыһы ла тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына ине... Бына шундай үтә лә киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә торғайны был йыйылыштарҙа.
Һөйләгәндәр буш һүҙ генә булып ҡалмаһын өсөн, ошо йыйылыштарға йөрөүселәрҙең һәр береһенә аныҡ заданиелар бирә инеләр. Мәҫәлән, миңә
Вил Бәшир улы, башҡорт теленә дәүләт теле статусын булдырыу өсөн, йөҙ ҡултамға йыйып килтерергә ҡушты. Ул саҡта Тимербетон заводы китапханаһында эшләй инем. Завод эшселәренең күбеһе ҡултамғаһын ҡуйырға ҡурҡты, ә шулай ҙа күпселек еңде.
Ҡаланы башҡортлаштырыу (мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу, башҡорт балалар баҡсаһы булдырыу) эшендә бигерәк тә Хәмит Иргалин, Кәрим Булат,
Салауат Таймаҫов, Миғҙәт Ханнанов, Ханнан Ишмырҙин, Рәмил Ғимрани һымаҡ тәүәккәл егеттәребеҙҙең дә роле ҙур булды. Мәғариф ветераны Мөнирә
Ҡоломбәтова апай башҡорт телендә гәзит асыу өсөн йыйған ҡултамғалар менән хатта Мәскәүгә тиклем барып етте.
Шулай итеп, республикалағы башҡа район-ҡалаларҙан айырмалы булараҡ, Стәрлетамаҡта иң беренсе булып башҡорт телендә үҙаллы гәзит сыға башланы. Ул
саҡта республика гәзиттәренән башҡа, ҡалаларҙа башҡорт телендә гәзит бөтөнләй булманы, ә район гәзиттәре дубляж хәлендә генә сыға ине. Ниһайәт,
“Ашҡаҙар” (“Стәрле таңдары”) гәзитенең тәүге һандары донъя күрҙе. Уның тәүге һандарын Рауил Ниғмәтуллин менән Вил Ғүмәров үҙҙәре сығарҙы һәм яҙыусылар ойошмаһы тәүге йылдарҙа гәзиттең бағыусыһы булды. Ошо баҫмаға яуаплы сәркәтип булып эшкә килгәс, миңә Вил ағай менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Вил Бәшир улы эш бүлмәһендә бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы, һәр ваҡыт тәрән уйҙарға бирелеп, йә берәй публицистик әҫәр, йә булмаһа, берәй проза әҫәре яҙып ултыра торғайны. Гәзиткә кисектергеһеҙ материал кәрәк тип бүлмәһенә инһәң, яҙып ултырған еренән, төп эшенән айырылмайынса, бер юлы ҙур ғына, тәрән йөкмәткеле мәҡәләне әйтеп тороп яҙҙыра торғайны. Бына шундай параллель рәүештә фекерләү һәләтенә эйә ине ул!
Вил Ғүмәров исемемәңгеләштерелергә тейеш!

Вил Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Миндәк урта мәктәбендә белем ала. Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый, Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын Ҡыҙыл дипломға тамамлай. Лев Ошаниндың яратҡан уҡыусыһы була. Уға Мәскәүҙә аспиранитурала уҡыуын дауам итергә тәҡдим итәләр, әммә ул республикабыҙҙың үҙаллылығын, ерһыуҙарыбыҙ таҙалығын, туған халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын яҡлап сығыу өсөн тыуған Башҡортостанына ҡайта.

Ҡатмарлы йылдарҙа халҡыбыҙҙың рухимәҙәни ихтыяждарын яҡлап сыҡҡан, халыҡаңын ҡуҙғатырлыҡ ҡыйыу һүҙен ҡурҡмай
әйткән алдынғы ҡарашлы шәхестәрҙең береһе, шул уҡ ваҡытта сабыйҙарса эскерһеҙ күңелле шағир Вил Ғүмәров үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә (был
донъянан 45 кенә йәшендә китеп барҙы) тыуған халҡы, республикаһы, айырыуса Стәрлетамаҡ өсөн бик күп эштәр башҡарҙы. Ул бигерәк тә экология мәсьәләһен ҡыйыу күтәреп сыҡты: шул йылдарҙа киҫкен булған мәсьәләләрҙең береһе – Иштуған һыуһаҡлағысын булдырмау өсөн көрәште. Күмертау ҡалаһында, күмер ятҡылығы запасына бәйле, уның киләсәген тиҫтәләрсә йылдарға алдан күрҙе.
Йәмәғәт тормошонда алһыҙ-ялһыҙ ҡайнауға ҡарамаҫтан, ул күңел талабы булған ижад менән шөғөлләнергә, шиғырҙар, драмалар, тәнҡит мәҡәләләре һәм публицистик әҫәрҙәр яҙырға ла ваҡыт тапты.
Бейек һауаларға терәүмен дә,
Киң бушлыҡты тотҡан берәүмен.
Ер мәхшәре нисек әүрәтмәһен –
Бөйөк йөгөм менән мин дәүмен, –
ошо шиғыр юлдарында “Илем, телем,
халҡым!” тип янған шәхестең булмышы
һынланыш таба.

Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында бер осорҙа уҡыған һабаҡташы, яҙыусы Әмир Әминев “Яуа зәңгәр ҡарҙар” тип аталған китап сығарҙы. Унда Вил Ғүмәровтың шиғырҙары, драма әҫәрҙәре, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялары тупланған һәм әҙиптең бала саҡ, йәшлек дуҫтарының,
ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәре баҫылған.Үкенескә ҡаршы, үҙе иҫән сағында уға бер генә китабын (“Тау йылғаһы”) күрергә насип булды. Ә яңы ғына баҫылып сыҡҡан “Ауыл көйө” шиғырҙар йыйынтығын мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда тараттылар...

Учалы ҡалаһындағы бер урам Вил Ғүмәровтың исемен йөрөтә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған бөйөк шәхесебеҙгә беҙҙең ҡалала һәйкәл
ҡуйырлыҡ! Әгәр беҙҙә лә берәй урамға Вил Ғүмәровтың исеме бирелһә, һис юғында ул башлап эшләгән бинаға таҡташташ ҡуйылһа, уның башҡарған эштәренә ғәҙел баһа булыр ине. Бөйөк шәхесебеҙҙең рухы рәнйемәһен ине, ул булдырған эш урындары өсөн рәхмәтле булһаҡ ине.
Башҡалар нисек уйлай икән?
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: