Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ноябрь 2019, 19:35

Вил Ғүмәров йәшәй йөрәктәрҙә

Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапханала Вил Ғүмәровтың тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе уҙҙы.

Шәхестең яҡты рухын иҫкә алырға шағирҙың дуҫтары, фекерҙәштәре, ҡәләмдәштәре, үҙе иҫән саҡта аралашып йөрөгән, уны яҡындан белгән кешеләр йыйылғайны. Өфәнән - Вил Ғүмәров менән Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында бер осорҙа уҡыған һабаҡташы шағир Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының элекке әҙәби кәңәшсеһе, яҙыусы Флүр Ғәлимов, Күмертауҙан шағир Тимер Ниәтшин, Учалы яҙыусылар ойошмаһының рәйес урынбаҫары Әҡлимә Сафина, Вил Ғүмәров заманында “Аманат” халыҡ үҙәген ойоштороусыларҙың береһе Әминә Күсимова, Стәрлетамаҡтан әҙиптең яҡын дуҫтары Зиннур Назаров, Рәфис Абдуллин, шағирә Земфира Муллағәлиева, Шевчук исемендәге Рок-клуб директоры Вячеслав Гнусин, “Ашҡаҙар” гәзитенән Роза Ҡобағошова һәм башҡалар шағир тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан ихлас һүҙҙәрен еткерҙе, шағирға атап яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сығыштар араһында Вил Ғүмәров һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Зиннур Ислам улы Стәрлетамаҡта берәй урамға Вил Ғүмәров исемен бирергә, шағир йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйырға тигән фекерен әйтте. Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Әҡлимә Сафина яҡташының рухын иҫкә алып, шәхесте ҙурлаған өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Үҙҙәрендә Вил Ғүмәровҡа арнап кисәләр, Вил Ғүмәров көндәре уҙғарылыуы тураһында һөйләне. Әминә Күсимова ла яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. “Һеҙ Вил Ғүмәровты күтәреп, үҙегеҙҙе күтәрәһегеҙ”, - тине. Бындай осрашыуҙар артабан да булып торһон һәм ҙурыраҡ аудиторияларҙа уҙғарылһын ине, тигән теләктәр әйтелде.
Кисәнең икенсе өлөшө табын артында дауам итте. Вил Ғүмәровтың рухына бағышлап Кәрим Булат аят уҡыны. Стәрлетамаҡ өсөн бик күп эштәр башҡарған шәхесте юҡһынып күп һүҙҙәр әйтелде. Ошо матур кисәне ойоштороусыларға - Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Зөлфиә Йәғәфәроваға, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә, ҡала мәҙәниәт бүлегенә ҙур рәхмәт әйтке килә. Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзитенең 30 йыллығына – 30 изге эш” акцияһы сиктәрендә, был сараға “Ашҡаҙар” гәзите лә дәррәү ҡушылды.
“Ашҡаҙар” гәзите биттәре Вил Ғүмәров тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Алла бирһа, әҙиптең гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләре, Вил Ғүмәров тураһындағы иҫтәлектәрҙе йыйып, бер китап итеп сығарыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ, тип уйлайым.
Читайте нас: