Юғалтыуҙар йәнде өтә минең,
Дуҫым керҙе ҡара гүрҙәргә.
Был ҡайғыға нисек сыҙарға һуң?
Йөрәк һыҙлай... Нисек түҙергә?
Һинең изгелекте һәр саҡ тойоп,
Йәшәйем мин яҡты донъяла.
Әгәр бөгөн иҫән булһаң, Зөфәр,
Еңел булыр ине миңә лә.
Бөгөнгөләй минең күҙ алдымда
Ең һыҙғанып, тырышып йөр(ө)гәнең.
Филармонияны асҡан саҡта
Өҙгөләнде һинең йөрәгең.
Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, дуҫҡай,
Һине маҡтап бөтә алмайҙар.
“Зөфәр һымаҡ кеше кәрәк”, – тиеп,
Һине һәр саҡ иҫкә алалар.
Тырышлыҡтың сиге булалыр шул –
Ҡаты сирең йыҡты аяҡтан.
Бөтә донъя һинһеҙ бушап ҡалды,
Һалҡын елдәр иҫә бар яҡтан.
Шул саҡ миңә Римаң хәбәр итте:
“Зөфәр китте, – тиеп , – донъянан”.
Әйтерһең дә, ер убылды кинәт,
Йәтимләнеп ҡалды донъялар.
Һин ҡалдырҙың ерҙә тәрән эҙҙәр,
Тәрбиәләп яҡшы балалар.
Ул балалар хәҙер үҫеп етеп,
Һинең эҙҙән ғорур баралар.
Әгәр бөгөн Зөфәр “юҡ” тиһәләр,
Ышанмайым, ул бит йыраҡта.
Зөфәр дуҫым, йәшәр, мәңге йәшәр,
Зөфәр йәшәр минең йөрәктә.
Нәүфәл НОҒМАНОВ,
2-се лицей-интернаттың музыка уҡытыусыһы.