Юбилей саралары 2020 йылда уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан хөкүмәтенә ошо сараларҙың планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә.