Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Декабрь 2019, 14:00

40 ЙЫЛ БЕР КӨН КЕҮЕК КЕНӘ

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға инеүенә 40 йыллыҡ дәүер артта ҡалды, әммә хәрби бәрелештә ҡатнашыусы һалдаттар, улдарын көтөп ала алмаған әсәйҙәр өсөн был һуғыш һаман да йөрәк йыйырсыҡтары булып һаҡлана. Еңеү паркындағы Яугир-интернационалист һәйкәле эргәһендә үткән иҫтәлекле сара ла шул тетрәндергес һәм һағышлы минуттарҙы яңынан тергеҙгәндәй булды.

Был көндө иртән ҡаты һыуыҡ булһа ла, билдәләнгән ваҡытҡа яугир-интернационалист стелаһы эргәһенә халыҡ күпләп йыйылғайны. Хәрби кейемлеләр бер-береһен күреүҙәренә шат булып, сәләм бирешеп рәттәргә теҙелде, уларға студенттар, ирекмәндәр ҙә ҡушылды. Иҫтәлек һәм хәтер сараһын башлап ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Стәрлетамаҡтағы «Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Балмасов, «Набат» союзы рәйесе Илдус Манапов, «Водоканал» муниципаль унитар предприятие директоры Андрей Пантелеев һүҙ тотто.

Владимир Иванович, Афғанстандағы хәрби бәрелеш башланғаны тураһында бик күптәр белмәй ине, был турала яҙманылар ҙа, һөйләмәнеләр ҙә, тип билдәләп үтте.
– Совет һалдаттары ил сиктәрен һаҡларға тип сығып киттеләр, әммә күптәр тыуған яҡтарына ҡайта алманы. Әсәләр улдарын, балалар атайҙарын юғалтты. Беҙ иһә был егеттәрҙе онотмаҫҡа, батырлыҡтарын һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Сөнки тарихыбыҙҙы яҡламаһаҡ, киләсәгебеҙ ҙә юғалыу кимәлендә ҡаласаҡ, – тине Владимир Куликов үҙенең сығышында.

Хеҙмәткә саҡырылып, һуғыштың тәүге көндәрендә 20 генә йәшендә һәләк булыусы стәрлетамаҡтар ҙа бар. Сара барышында уларҙың әсәләре лә һүҙ тотто
– Балаларыбыҙ яҡшы уҡыны, тәртипле булды, әммә тормош шулай алып китте, – тип күҙ йәштәре аша әйтте улар был һүҙҙәрҙе. Шулай уҡ хәрбиҙәр араһында һуғыш юлдарын үтеү, операциялар барышы менән ентекләберәк үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен һөйләп ишеттереүселәр ҙә булды.
Йыйылғандар һәләк булыусы яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Хәтер кисәһе, егеттәрҙе йөрәктәрҙә мәңге хәтер итеп һаҡлауға ишаралап, һәйкәлгә сәскә һалыу менән тамамланды.
Читайте нас: