Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ғинуар 2020, 16:00

Өфөлә билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллинға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә

Сара 4 февралгә билдәләнгән, Өфөнөң Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда үтәсәк. Ижадсының башҡорт һынлы сәнғәте тарихынан тыш, тотош ил йылъяҙмаһын байытҡан картиналары бөгөн Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һаҡлана.

Ҡыл ҡәләм оҫтаһының күп кенә эштәре тыуған төйәге Әбйәлил районы музейында урын алған. Ләкин, уларҙы һаҡлау тейешле кимәлдә ойошторолмаған.
Әхмәт Лотфуллиндың билдәле «Өс ҡатын» картинаһы. Ул рәссамдың ҙур танылыу яулаған эштәренең береһе. Беренсе халыҡ рәссамы Ҡасим Дәүләткилдиев кеүек үк Әхмәт Лотфуллин да башҡорт мөхитен тотош донъяға таныта. Ул ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда һын­лы сән­ғәт үҫешен дауам итеүсе генә түгел, ә үҙ традицияларын булдырыусы ла.
Валентина Сорокина, М. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музей фонды һаҡлаусыһы: “Әхмәт Лотфуллин тәү сиратта философ, аҡыл эйәһе һәм шағир ҙа булды. Уның эштәре әле лә Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә юғары баһалана. Ғәзим Шафиҡов ваҡытында Әхмәт Фәтҡулла улын башҡорт һынлы сәнғәтен дауам итеүсе генә түгел, үҙ традицияларын булдырыусы ла тип билдәләне. Ысынлап та, уның картиналарын бутау мөмкин түгел”.
Нестеров музейында Әхмәт Лотфуллиндың барлығы 103 ижади эше һаҡлана. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Ябай ҡыл ҡәләм ярҙамында ул урындағы халыҡтың ғына түгел, тотош республика йылъяҙмаһын яҙған.
Әле лә буяу еҫе аңҡып торған картиналарҙан тыш, музей фондында Әхмәт Лотфуллиндың шәхси архивынан алынған фотолар ҙа һаҡлана. Рәссамдың тормош иптәше Луиза Мөжәүир ҡыҙы ваҡытында, васыят итеп Әхмәт Лотфуллиндың картиналарын кесе Ватаны - Әбйәлил районына бүләк иткән.
Ысынлап та, «Механизатор», «Үтәгән ауылы муллаһы», «Колхозсы ҡыҙ», ғөмүмән, ниндәй генә картина, портрет төшөрмә­гән ул яҡташтарына арнап. Әбйәлил районының тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның 109 картинаһы, наградалары, шәхси әйберҙәре һаҡлана.
Әхмәт Фәтҡулла улының иң күренекле һаналған йөҙ дана картинаһы бөгөн Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында урын алған. «Фронтҡа оҙатыу» картинаһы - Мәскәүҙә Третьяков галерея­һында, «Хушлашыу» тигәне Рус музейында, шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана. Ә инде ике картинаһын йөҙ мең һумға заманында Әхмәт Лотфуллиндың тормош иптәшенә һатырға тура килә. Сөнки рәссамдың Рауил ауылы мәсетенә капиталь ремонт талап ителгән булған.
Әхмәт Лотфуллиндың бар һүрәттәрендә лә тыуған ил тойғоһо, тәбиғәт, халыҡсанлыҡ һәм милли ғорурлыҡ ярылып ята. «Өс ҡатын», «Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат», «Байрам», «Фронтҡа оҙатыу» һәм башҡа бик күп картиналарын нисә быуын мәктәп уҡыусылары дәрестә өйрәнеп үҫкән. Тик Әбйәлил районында ғына түгел, Өфөлә лә халҡы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестең ижадына арналған музейҙың әлегә тиклем булмауы сәйер тойола. Һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡасандыр күтәрелә биреп ҡуйҙы ла, бөгөн онотолдо.
БСТ.
Читайте нас: