Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараға саҡыралар. Киске сәғәт 5-тә башлана.
«Стеланы асыу көнө осраҡлы һайланмаған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем йөҙ көнгә кире иҫәп тап 30 ғинуарҙа башлана. Был көндә ҡалала ошо бөйөк датаға бағышланған сараларға старт бирелә», — тине ойоштороусылар.
Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, патриотик клубтар, йәмәғәт берләшмәләре тәрбиәләнеүселәре һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Унда һуғыш йылдары йырҙары яңғырай, күрһәтмә сығыш ойошторола. Сараның хедлайнеры — «Арғымаҡ» төркөмө.