Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Февраль 2020, 16:45

"Блокада икмәге"нең тәме һуғыш йылдарын хәтерләтә

Стәрлетамаҡта «Блокада икмәге» акцияһы үтте.

27 ғинуар илебеҙ тарихында үҙенә бер айырым дата булып тора. Бынан 76 йыл элек 872 көн барған Ленинград блокадаһы өҙөлә. Кешеләргә аслыҡтан кешелек йөҙөн юғалтмайынса, ҡот осҡос ауыр шарттарҙа эшләргә, һуғышырға һәм көндәлек тормошто алып барырға тура килә. Ҡала оборонаһын тотҡан ҡала һаҡсылары өсөн данлыҡлы блокада икмәге иң мөһим сара була. Тап ана шул бер телем икмәк блокада символына әйләнә.
Стәрлетамаҡ ирекмәндәр корпусы, Еңеү волонтёрҙары һәм йәш гвардиясылар «Блокада икмәге» социаль акцияһын уҙғарҙы.
Ирекмәндәр, һуғыш осоронда бирелгәнсә, 125 грамм торған 100 телем «блокада икмәге»таратып сыҡты. Икмәк менән бергә блокада көндәре, һәләк булыусылар һәм емереклектәр тураһында һандар килтерелгән (яҙылған) листовкалар таратты.
«Блокада икмәге»н яҡынса рецепт буйынса Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты бешерҙе. Ундай икмәкте элекке рецеп буйынса бер нисек тә бешереп булмай, ни өсөн тигәндә, ҡалала ҡул аҫтында ниндәй продукт булған – шунан бешергәндәр, шуға бешереү рецебы үҙгәреп торған. Тоҡ төбөнән ҡағып бушатылған, лар төбөнән һепереп алынған ҡалдыҡ-боҫтоҡ, цех һәм склад стеналарынан, иҙән аҫтынан һепереп алынған, иң тупаҫ обой оно; һыра заводтарында булған бөтә арыш ҡуры, ат фермаларында булған һоло; төрлө ашамлыҡ ҡабығы, төпрәһе, ҡарағай ҡайыры, аҙыҡ целлюлозаһы, ҡайын бөрөһө – блокада икмәк бешергәндә ошоларҙың барыһын да һалып ебәргән.
Ирекмәндәр Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы депутат исеменән Ленинградта блокадала булған Садовская Людмила Владимировна менән Белова Вера Максимовнаға бүләктәр тапшырҙы.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: