2019 йылдың февраль башында, көтмәгәндә, арабыҙҙан аҡһаҡалыбыҙ Кәбир Аҡбашев китеп барҙы. Бер уйлаһаң, «китеп барҙы» тигән һүҙ – ауыр ҙа күренмәй. Беҙ «Поезд китеп барҙы», «Ҡунаҡтар китеп барҙы» һәм башҡалар тибеҙ. Ә инде «арабыҙҙан кемдер китеп барҙы» тиһәк – күңелгә бик ауыр булып ҡала. Таныш булмаған кеше китеп барһа, беҙ юҡһыныу тойғоһон һиҙмәйбеҙ, йөрәк һыҙлауын кисермәйбеҙ. Тормош шулай ҡоролған – йәнебеҙгә берәү яҡын, ә берәү унан алыҫ. Ҡайһы бер кеше йәне-тәне менән балҡып тора, ә икенсеһе ҡырыҫ һәм килбәтһеҙ. Кешенең тәбиғәте шулай бит инде – ул күберәк яҡтыға, йылыға ынтыла.
Кәбир Аҡбашев нурлы ла, һөйкөмлө лә кеше булды. Ул еңел генә баҫып атлап килгәнендә, бер үҙе бер урам булып килә торғайны. Ниндәйҙер ғәжәйеп абруйлы шәхес ине. Уның менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ булманы, һүҙ йөрөтә белде. Кеселекле булараҡ, кешеләр менән күп аралашты, ә шулай ҙа яҡын дуҫтары аҙ булды. Уны күберәк яңғыҙлыҡ борсоно, буғай. Кешеләргә бер-береһе менән аралашыу өсөн рухи яҡынлыҡ та кәрәк. Беҙ бит осраған бер кешегә йөрәк серен сисеп һалмайбыҙ. Тойғоларыбыҙ менән уртаҡлашыр өсөн, ниндәйҙер бер туғандаш йәнде эҙләйбеҙ. Был һүҙҙәрҙе яҙам да, мәғәнәһе – бер таныш-тонош, күрше-күлән тураһында барғандай ҙа тойолоп ҡуя һымаҡ. Ә бит ул – шәхес! Абруйлы, исеме билдәле шәхес. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашевты бөтә Башҡортостан халҡы белә, ә йырҙарын бөгөн дә йырлайҙар. Әҙип оҙон ғүмер юлын үтте.
Юлдары ауыр һәм һикәлтәле булды. Уның бала сағы һуғыш йылдарына тура килде, ә һуғыш балаларының бала сағы булманы. Уларҙың елкәһенә тормош ауырлығы бигерәк иртә төштө.
Кәбир, ниңәлер, һуғыш йылдары тураһында һөйләргә яратманы. Минең һорауыма: «Һин дә һуғыш балаһы, мин дә һуғыш балаһы. Әйҙә бөгөнгө көн тураһында һөйләшеп алайыҡ. Үткәне үтте инде», – тип, һүҙҙе икенсегә бора торғайны. Ысын-лап та, беҙ аралашҡанда биографиябыҙҙың ул йылда-рына әйләнеп ҡайтманыҡ. Үткән йылдарҙа беҙ Кәбир менән күп кенә йәмәғәт эштәрен башҡарҙыҡ. Ҡала халҡы уның пьесаларын, сығыштарын көтөп алды, әҙәби әйберҙәренә бик ыңғай баһа бирҙе. Халыҡ, радио аша биргән тапшырыуҙарын тыңлап, уның көр, матур, яғымлы тауышын ишетеп һөйөнә ине. Кәбир яҡты донъяны ташлап киткәс, мин уны бик оҙаҡ юҡһындым. Урамда йөрөгәнемдә, бына хәҙер, сумкаһын яурынына аҫып килеп сығыр әле, тигән уйға ла килә инем. Театрға килһәм дә уны көттөм. Китеп барыуына һис тә ышанғы килмәне. Бигерәк тә, кеҫә телефонынан уның номерын юйып ташлауы бик ҡыйын булды. Минең өсөн был хәл – бөтөнләй юғалтыу ғына түгел, ә мәңгелек хушлашыу булды, шикелле.
Ҡала халҡы Кәбир Аҡбашевты яратты, хөрмәт итте, һаман да иҫендә тота.
БР Яҙыусылар союзы, артистар берләшмәһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, ҡала мәҙәниәт бүлеге, журналистар йәмғиәте уның хәтер кисәләрен үткәреп торорҙар һәм бер заман, исемен мәңгеләштереп, мемориаль таҡта ҡуйырҙар, тигән ышаныста ҡалам. Кеше был донъяға мәңгегә килмәһә лә, ҡалғандар хәтерендә мәңге һаҡлана.
Риф ДӘМИНЕВ,
әҙиптең яҡын дуҫы.