Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Февраль 2020, 19:05

Шағирҙы юҡһынып...

2019 йылдың 6 февралендә СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле шағир һәм драматург Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев арабыҙҙан китеп барҙы. Гәзит уҡыусыларға Кәбир Аҡбашевтың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡайҙа һин, бәхет?
Ғүмер кисеп, һис тә аңламаным,
Нимә була ул бәхет?
Ҡайҙа була, ниндәй төҫтә була,
Әллә буламы ул бер тәхет?
Эҙләнем уны тиргә батып,
Айға ҡарап та уйландым.
Ҡайҙа һин, ысын бәхет тиеп,
Төштәремдә һорап уяндым.
Ҡайҙарҙа һин, бәхет, ҡайҙарҙа һин,
Нисек һине күреп белергә?
Нисек һөйөп, ҡосағыма алып,
Моң-тирмәмдә һине күрергә?
Әллә хыял ғынамы, һин, бәхет,
Исем-шәрифең дә юҡмы ни?
Матурлыҡты күрә белмәйенсә,
Битарафлыҡ баҫҡан саҡмы ни?
Баҫҡан эҙҙәрең дә һиҙелмәй бит,
Нисек һинән кәңәш алырға?
Нисек һиңә тулы тиңдәш булып,
Һинең менән йәнәш ҡалырға?
Ҡайҙа һин, серле бәхет, ауаз бир,
Ғүмер буйы көтәм мин күнеп.
Ҡайҙарҙа һин, ҡайҙаһың һин, әйтсе,
Күңелемдә йәшәй бер өмөт.
Сеү...
Ҡапыл ғына ҡояш сыҡты.
Нур балҡыны бөтә ғаләмгә.
Гүйә шул изге нурҙан төшөп
Пәйҙә булды бер һын эргәмдә.
һандуғастар йыры ағылды,
Моң һарылды һағыш гөлөнә.
Был һылыуға ҡарап, өнһөҙ ҡалдым.
«Бәхет!» һүҙе килде телемә!
Ҡаршымда бер илаһи бер балҡыш ине.
Бөтә һиллек һыйған был йәмгә.
Гүйә ул эскерһеҙ алтын ай,
Бәхет үҙе ине был йәндә!
Таптым һине, бәхет, таптым һине,
Булғанһың бит тыуған еремдә.
Миңә һине Илаһилыҡ бирҙе,
Мәңгелеккә ҡалсы түремдә.
Бәхеткәйҙе хәҙер күреп белдем,
Бындай бәхет мәңге шиңмәһен,
Ә «бәхетһеҙлек» тигәне –
Тәүбә-тәүбә!
Төшөмә лә килеп инмәһен!

Дуҫтың ҡәберендә
Иртә киткән дуҫҡа зыярат ҡылдым,
Тулҡын-тулҡын ята ҡәберҙәр.
Бик күптәрҙе ихтыярһыҙ ғына
Алып килгән бында тәҡдирҙәр.
Үтә тынлыҡ тора тирә-йүндә,
Тик өйөмдәр күккә артыла.
Гүйә күктәр менән аңға инеп,
Аралаша йәше, ҡарты ла.
Баҡһаң, дуҫтың һалҡын гүр – ҡәбере
Бер исемһеҙ ҡатын янында.
Ҡәберҙәргә башын эйгән гөлдәр,
Моң бар кеүек нескә талында.
Ҡушылып китәм ошо тынлыҡҡа,
Ҡәбер рухы тауыш яратмай.
Тын тороуҙы гүйә талап итә,
Илаһилыҡ ситкә ҡаратмай.
Ике ҡәбер ята йәнәш кенә,
Әйләндереп алған тал-сыбыҡ.
Күктән яуа таңғы ысыҡ һыуы,
Миләш илай йәшкә мансылып.
МАШИНАЛАР ҺӨҘӨШӘ
Руль артында бала-саға,
Тик улар ҡайҙа саба?
Аҙым һайын фажиғалар
Ник былай килеп сыға?
Күҙе тонған үгеҙ кеүек
Кемдәрҙер юлды гиҙә
Күҙгә һатлыҡ күҙлек кейеп
Иномаркалар һөҙә.
Кеше тапатҡан бер “фиат”
Руль артында ҡыҙ бала.
Иномарка, ҡасып китеп
Тиҙ үк күҙҙән юғала.
Ҡаршы яҡта ла ҡан аға,
Тәгәрмәс иҙә баҫҡан.
Бында ла бер тешһеҙ малай
Машинаһында ҡасҡан.
Ниңә һуң был балаларға
Ни ҡылһаң да килешә?
Һөҙөмтәлә бик йыш ҡына
Машиналар һөҙөшә.
Төндә иһә бер ҡыҙ бала
“Нисан”ды төкөп үлгән.
Фажиғалар булған ергә
Ата-әсәһе килгән.
Икәүләшеп илашалар,
Йәштәре аға ғына –
Йәлләшегеҙ, - тиҙәр улар, -
Ҡыҙыбыҙ бала ғына!
Автоинспекторҙарға ла
Киҫәтеп әйтке килә:
- Үҙегеҙҙе тапатмаһын,
Рулдә бит бала елә!
Нано-сара
Ришүәттәр өмөт итеп
Төрлө хәйлә ҡоралар.
Ҡайҙа барма, ҡулын һуҙып
Күсти көтөп торалар.
Чиновник һуҡыр кешеләй
Күстиһеҙ һине күрмәй.
Буш ҡул менән барып инһәң,
Көткән ҡағыҙҙы бирмәй.
Өй төҙөргә ере кәрәк -
Күсти булһын мулыраҡ.
Хатта больнисҡа барһаң да
Кеҫәң булһын тулыраҡ.
Руль артында ла тынғы юҡ:
Штраф арта йыл һайын.
Тимәк, арта ришүәт тә,
Шофер тота башҡайын.
Ҡайҙа ғына ҡпараһаң да
Тулҡынланыу баҫылмай.
Хатта вуздар ишеге лә
Ришүәтһеҙ асылмай.
Миллиардлап урлап байҙар
Уғрылыҡта тотола.
Әммә һыуҙан ҡоро сығып,
Ришүәт биреп ҡотола.
Мутлыҡтарға халыҡ шаулай,
Урамға сыға туҙып.
Яңы саралар кәрәк тип,
Талап итәләр ҡыҙып.
Быларҙы күреп түрәләр
Ҙур яңылыҡ керттеләр:
Ришүәттән нано-налог
Алырға хәл иттеләр.
Мин - юҡ
Вынимаю свой паспорт
из широких штанин...
В. Маяковский.
Түш кеҫәмдә яңы паспортым бар,
Алтын менән генә ҡайылған.
Фотолары тора, мисәте бар,
Ике башлы ҡошо ҡуйылған.
Тик тоймайым паспорт барлығын мин,
Буп-буш кеүек барлыҡ кеҫәм дә.
Ышанғы килмәй әйтһәләр ҙә:
Төкәмитең бар тип, кеҫәңдә.
Сәмреғошо йотҡан милләтемде,
Паспортымды тотһам ҡул яна.
Етем кеүек күрәм мин үҙемде,
Кәмһетелгән итеп донъяла.
Маяковский хәҙрәт, әйтсе зинһар:
Ғорурлығым ҡайҙа, күҙем - ут.
Паспортымда минең милләтем юҡ,
Паспортым бар, әммә үҙем - юҡ.
Читайте нас: